Арҙаҡлы шәхестәребеҙСССР Геройҙары

Пятяри Иван


Иван Викторович Пятяри – 3-сө Белоруссия фронты 1-се һауа армияһы 1-се гвардия штурм авиацияһы дивизияһы 136-сы гвардия штурм авиацияһы полкы командиры ярҙамсыһы, гвардия капитаны 1921 йылдың 4 мартында Красноярск крайы хәҙерге Шушенское районының Енисейск ауылында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Яҙмыш уны Башҡорт АССР-ының Красноусол ҡасабаһына килтерә. Ул республиканың баш ҡалаһы  Өфөлә уҡый. 1940 йылда Өфө кооператив техникумының өс курсын һәм Өфө ОСОАВИАХИМ аэроклубын тамамлай.

Шул уҡ йылды Ҡыҙыл Армияға хеҙмәт итергә китә. Осоусы квалификацияһын Молотов хәрби авиация училищеһында күтәрә, уны тамамлағас, фронтҡа китә (1942 йылдың июленән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы).

136-сы гвардия штурм авиацияһы полкы командиры ярҙамсыһы (3-сө Белоруссия фронты 1-се һауа армияһы 1-се гвардия штурм авиацияһы дивизияһы), гвардия капитаны Иван Пятяри 1945 йылдың февраленә, дошмандың төрлө хәрби объекттарына бомбалар ташлап, 276 уңышлы хәрби осош яһай. Ун биш һауа һуғышында өс дошман самолетын бәреп төшөрә. Ул ваҡытта уға 24 йәш тә тулмаған була, әммә бер йыл инде коммунист була.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 19 апрелендәге Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм һуғышта күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн өлкән лейтенант Пятяриға, Ленин ордены һәм “Ҡыҙыл Йондоҙ” миҙалы тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ул шулай уҡ дүрт Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, Александр Невский, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, миҙалдар менән наградланған.

Һуғыштан һуң да ҡыйыу летчик-штурмовик, майор Пятяри СССР Хәрби-Һауа Көстәрендә хеҙмәт итеүен дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1949 йылдың 5 июнендә Белоруссияның Брест өлкәһе Лунинец ҡалаһы районында хәрби бурысын үтәгәндә авиакатастрофала һәләк була. Шунда уҡ ерләнгән.

 Красноусолда урамдарҙың береһенә уның исеме бирелгән, 2-се урта мәктәп бинаһында данлы яҡташыбыҙ хөрмәтенә таҡтаташ ҡуйылған.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

СССР Геройҙары

 
Башҡортостан 450