Киселев Иван
Башҡортостандың Архангел районы үҙәгендә тыуып үҫкән Иван Киселев армия хеҙмәтенә 40 йыл ғүмерен арнаны һәм, генерал-майор дәрәжәһенә тиклем күтәрелеп, үҙ тыуған яғын данға күмде. Әммә Тыуған ил алдындағы иң ҙур ҡаҙаныштары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Хәрби училищены тамамлап, 1943 йылдың майында ғына фронтҡа китеп, танкист Иван Киселев үҙ-үҙен аямай, ҡаһармандарса һуғыша һәм Советтар Союзы ғына түгел, Европа территорияһын да фашист илбаҫарҙарынан таҙартыуға булышлыҡ итә. Башҡортостандан танкистың батырлығы тураһында уның наградалары һөйләй, улар араһында Ҡыҙыл Байраҡ, Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары.
1945 йылдың ғинуарында өлкән лейтенант Иван Киселевтың танк взводы Висла-Одер операцияһында, Польшаның Радом, Томашув һәм Лодзь ҡалаларын азат иткәндә Висла йылғаһының көнбайыш яры плацдармындағы немецтарҙың оборонаһын өҙгәндә, айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә.
15 ғинуарҙа Юзефува районында был взвод 15 орудиенан торған дошман колоннаһын, маршта 70-ләп автомобилдән торған ике дошман транспорт колоннаһын тар-мар итә. Ә ике көндән Иван Киселев танкистары Томашув районында дошман тылына рейд яһай. Иң элек, разведка яһауҙы маҡсат итеп тотҡан взвод 80 километр ара үтеп, дошмандың 6 танкын, 8 бронетранспортерын, 15 ялан артиллерияһы орудиеһын, 7 зенит орудиеһын, 22 пулемет нөктәһен һәм 180-гә яҡын һалдат һәм офицерын юҡ итә.
Был һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн Иван Киселев Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Указға 27 февралдә ҡул ҡуйыла, ул саҡта ҡаһарман яугирға һәм оҫта командирға 24 кенә йәш була (1920 йылдың 16 авгусында тыуған).
Һуғыштан һуң Иван Киселев Бронетанк ғәскәрҙәре академияһына уҡырға ингән 250 офицер-фронтовик һәм 15 Советтар Союзы Геройы араһында була. Һуғыштан һуңғы беренсе тыңлаусыларҙан алты Герой һуңынан генерал була, улар араһында Иван Киселев та. Отставкаға ул 1980 йылда, Еңеүҙән һуң 35 йыл үткәс, китә.
|
|
СССР Геройҙары |