Арҙаҡлы шәхестәребеҙСССР Геройҙары

Андреев Кирилл


Советтар Союзы Геройы Кирилл Андреев Бишбүләк районы Баҙлыҡ ауылында тыуған. Октябрь революцияһы идеялары менән рухланған йәш крәҫтиән Граждандар һуғышы фронттарында иҫке режимды яҡлаусыларға ҡаршы һуғыша. Ләкин ВКП(б)-ға Бөйөк Ватан һуғышында – 1941 йылда ғына инә. Граждандар һуғышынан һуң Миәкә районының “Ҡанаш” ауыл хужалығы артеле рәйесе булып эшләй, Бәләбәй педучилищеһын тамамлай. 1928 йылдан алып 1941 йылға тиклем иң тыныс һәм изге хеҙмәт менән шөғөлләнә: Миәкә, Бишбүләк райондары башланғыс мәктәптәрендә уҡытыусы, директор була.

Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың авгусында саҡырыла. Политработниктар курсын тамамлай һәм шул уҡ йылдың сентябрендә хәрәкәт итеүсе армияла була. Воронеж фронты 38-се армия 163-сө уҡсылар дивизияһы 1318-се уҡсылар полкы батальонының парторгы, өлкән сержант була.

1943 йылдың 3 октябрендә өлкән сержант Андреев бер төркөм яугирҙар менән Киевтан көньяҡтараҡ Днепр йылғаһы аша сыға. Үҙ һалдаттары менән бейеклеккә күтәрелеп, окоп яһап нығына һәм, мылтыҡ-пулеметтарҙан көслө ут асып, дошман оборонаһын көсһөҙләндерә. Шул ваҡыт уҡсылар полктары урман ситенә яҡынлашып, унда нығынырға өлгөрә.

Немецтар беҙҙең подразделениеларҙы плацдармдан алып ташлау маҡсаты менән атакалай башлағас, Андреев беренсе булып контратакаға күтәрелеп һәм фашистарға гранаталар ырғытып, шәхси өлгөһө менән батальонды дәртләндерә.

Кирилл Дементьевич Андреевҡа Ленин ордены һәм “Алтын Йондоҙ” миҙалы тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме 1943 йылдың 29 октябрендә бирелә. Уҡытыусы-герой, лейтенант Андреев яраланып, 1945 йылдың башында запасҡа ҡайтарыла. Тыуған иленә ҡайтҡас, Бишбүләк район Советы рәйесе урынбаҫары, Бишбүләк район һаҡлыҡ кассаһы мөдире булып эшләй.

1972 йылдың 2 ғинуарында 70 йәшлек Кирилл Андреев вафат була. Уны Бишбүләк ауылында ерләйҙәр.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

СССР Геройҙары

 
Башҡортостан 450