Криворотов Михаил
Танк өлкән механик-водителе Михаил Криворотов Бөйөк Ватан һуғышының наградалар ҡайғыһы булмаған һәм уларҙы бик һирәк осраҡта ғына биргән тәүге, иң ауыр һәм фажиғәле айҙарында Советтар Союзы Геройы була. Ҡырҡ беренсе йылдың 1 октябрендә, тип билдәләнә уның награда ҡағыҙында, Штеповка ауылы (Сумы өлкәһенең Лебединский районы) эргәһендәге һуғышта ул үҙ танкы менән ете тапҡыр атакаға бара. Ошо алыш барышында уның экипажы дошмандың бер танкка ҡаршы пушкаһын, биш эре калиберлы пулеметын, ике миномет батареяһын, бер нисә автомашинаһын юҡ итә. Һуңғы атакала артиллерия снаряды тейеп, танк яна башлай, водителдән башҡа, экипаждың бөтә ағзалары һәләк була. Яралы Криворотов ут ялмап алған машинаһын дошмандың артиллерия батареяһына йүнәлтә һәм ул шартлай. Дошман орудиелары тынып ҡала. Шартлар алдынан аҙ ғына алда ул танкыһынан сығып өлгөрә.
Николай Криворотов артабан да 28-се армияның 6-сы гвардия танк бригадаһы составында шулай уҡ ҡаһармандарса һуғыша. 1942 йылдың ноябрь һөжүме барышында Астрахань эргәһендәге һуғыштарҙа уның танкынан гитлерсыларҙың ҡобараһы оса. Ул өс тапҡыр яралана, ләкин аҙаҡҡаса сафта ҡала. Иҫен юғалтҡан килеш уны Астрахань госпиталдәренең береһенә килтерәләр, бында ул яраларынан үлә. Уға ул саҡта 23-сө генә йәш була.
Благовар районы Ново-Константиновка ауылында яҡташтары Михаил Павлович Криворотовты онотмайҙар, Троицк урта мәктәбенә уның исеме бирелгән.
|
|
СССР Геройҙары |