Арҙаҡлы шәхестәребеҙСССР Геройҙары

Ежов Николай


Советтар Союзы Геройы Николай Ежов йәш кенә көйөнсә үҙ ғүмерен Тыуған ил азатлығы хаҡына ҡорбан итә. Үҙенең үлемһеҙ батырлығын ул Еңеү яҙының тәүге көнөндә яһай, ә уға Герой исеме бирелеү тураһында Указға дүрт айҙан һуң ғына – 1945 йылдың 20 июнендә ҡул ҡуйыла.

Николай Ежовты Ырымбур ере лә хаҡлы рәүештә үҙ геройы тип иҫәпләй – ул унда үҫкән, эшләгән һәм шунан һуғышҡа киткән. Ләкин ул 1922 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Йәҙгәр ауылында тыуған.

 1938 йылда Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ мәктәбенең ете класын тамамлап, хәрби хеҙмәткә алынғанға тиклем Медногорск ҡалаһында баҡыр-көкөрт комбинатында электрик булып эшләй. 1941 йылдың июнендә Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1941 йылдың октябренән һәләк булған көнгә – 1945 йылдың 1 мартына тиклем Көнбайыш, Сталинград, Көньяҡ, 3-сө Белоруссия һәм 1-се Балтик буйы фронттарында һуғыша. Ике тапҡыр яралана һәм контузия ала. III дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм ике “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән наградлана.

Николай Герасимович Ежовҡа Советтар Союзы Геройы исеме үлгәндән һуң 1945 йылдың 29 июнендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Фришес-Хафф ҡултығы эргәһендәге һуғыштарҙа “командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм һуғышта күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн” бирелә.

Ул Польша Халыҡ Республикаһы Ольштын воеводалығының Млыново ҡасабаһында ерләнгән. Медногорск һәм Ҡыуандыҡ ҡалаларында урамдар уның исеме менән аталған.

Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Ибраһим ауылы урта мәктәбендә Советтар Союзы Геройы Н.Г. Ежовҡа бюст ҡуйылған. Орск баҡыр-көкөрт комбинатының ул эшләгән электр цехы бинаһында таҡтаташ ҡуйылған.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

СССР Геройҙары

 
Башҡортостан 450