Копылов Павел
Советтар Союзы Геройы лейтенант Павел Иванович Копылов Венгрия территорияһындағы һуғыштарҙа өс “тигр”ҙы һәм бер “фердинанд”ты юҡ итә.
Был батырлығы, дөрөҫөрәге “командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн” СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указы менән лейтенант Павел Копыловҡа, Ленин ордены һәм “Ҡыҙыл Йондоҙ” миҙалы тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Буласаҡ Герой 1921 йылдың 2 июлендә Ырымбур өлкәһе хәҙерге Пономарево районының Борисовка ауылында тыуған, ата-әсәһе – крәҫтиәндәр. 1940 йылда Ырымбур өлкәһенең Абдуллино ҡалаһында педучилищены тамамлай. Мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.
1940 йылда Ҡыҙыл Армияға саҡырыла, Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында – 1941 йылдың июненән. 1943 йылда – хәрби-сәйәси училищены, 1944 йылда офицерҙар составы уҡыу танк полкын тамамлай. Венгрияның Дебрецен ҡалаһы эргәһендәге һуғыштарҙа Павел Копылов, дошмандың беҙҙең кавалерия полкы сафтарына үтеп инергә маташыуын юҡҡа сығарып, айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә.
1946 йылдан П. Копылов – запаста. Тыуған иленә әйләнеп ҡайтып, халыҡ хужалығында эшләй, 1966 йылдан Башҡортостандың баш ҡалаһы – Өфөлә йәшәй, “Кристалл” Монтаж-технология идаралығында инженер булып эшләй. Отставкалағы подполковник Павел Копылов 1999 йылдың 11 июнендә вафат була. Өфөлә ерләнгән.
|
|
СССР Геройҙары |