Арҙаҡлы шәхестәребеҙСССР Геройҙары

Комлев Петр


Советтар Союзы Геройы Петр Александрович Комлев 24 йәшкә тиклем генә йәшәй.

1-се Балтик буйы фронты 3-сө һауа армияһы 289-сы штурм авиация дивизияһы 686-сы штурм авиация полкы звеноһы командиры, өлкән лейтенант Петр Комлев 1921 йылдың 4 июлендә Башҡортостандың хәҙерге Кушнаренко районы Воскресенское ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ете класты тамамлап,1935 йылда әсәһе менән бергә Өфөгә күсеп килә. 1-се тимер юл училищеһын тамамлап, Өфө паровоз ремонтлау заводында электрик булып эшләй. 1939 йылда производствонан айырылмай, Өфө аэроклубын тамамлай.

1940 йылда Ҡыҙыл Армияға алына. 1942 йылда Энгельс летчиктар әҙерләү хәрби авиация мәктәбен тамамлай һәм 1943 йылдың июлендә Бөйөк Ватан һуғышы фронтына эләгә.

1944 йылдың октябрь уртаһына уҡ ВКП(б) ағзалығына кандидат Петр Комлевтың иҫәбендә 120 хәрби осош була.

1945 йылдың 20 февралендә Курляндия ярымутрауын (Балтик буйы) азат итеү өсөн барған һуғыштарҙың береһендә ҡаһарман летчик-штурмовик батырҙарса һәләк була.

Ленин ордены, ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, миҙалдар менән наградланған.

Өфөнөң Ленин районындағы урам (элекке Нагорный урамы) Советтар Союзы Геройы Петр Комлевтың исеме менән аталған. Геройҙың исеме Өфө аэроклубы һәм Өфө тепловоз ремонтлау заводында ҡуйылған таҡтаташҡа индерелгән.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

СССР Геройҙары

 
Башҡортостан 450