Сюткин Петр
Үҙенең үлемһеҙ батырлығын ул һуғыш инде аҙағына яҡынлашҡан, әммә дошман сая ҡаршылашҡан осорҙа яһай, һәм Берлинға тиклем һәр метр өсөн Ҡыҙыл Армияға ҡан ҡойорға тура килә. 1945 йылдың апрель айының икенсе яртыһында 2-се Украина фронты 7-се механизацияланған корпусының 41-се гвардия танк бригадаһы Чехословакияның Брно ҡалаһына яҡынлаша. Танк взводы командиры Петр Сюткин тап ошонда айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә.
Войковица ауылында кисеү эргәһендә дошман совет ғәскәрҙәренә аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтә. 17 апрелдә “приказ алғас, ул үҙ взводы менән ауылға бәреп инә һәм кисеүҙе ала”, тиелә наградлау ҡағыҙында. Взвод командиры үҙе генә гитлерсыларҙың дүрт танкын, алты танкка ҡаршы пушкаһын һәм ике бронетранспортерын юҡ итә.
Икенсе көнөнә Петр Сюткин үҙ взводы менән бригаданың дошман тылындағы хәрби хәрәкәттәре ваҡытында баш дозорҙа була. Немецтар, туғыҙ танк һәм бик күп һанда артиллерия һәм пехотаһын файҙаланып, контратакаға барырға әҙерләнә, ләкин уларҙың пландарын Сюткин боҙа. Ҡапыл һөжүм итеп, уның взводы алты танкты юҡ итә, ә взвод командиры үҙ танкы менән дошмандың биш пушкаһын һәм 19 автомашинаһын тапап үтә. Пулеметтан 50-ләп дошман һалдаты һәм офицеры ҡырыла.
Әммә һуғыш барышында немецтарға ла “бер аҙ уңыш йылмая”, улар Петр Сюткиндың танкын яндыра. Ләкин яралы экипаж танкка тоҡанған утты һүндереп, еңгәнсе һуғышыуын дауам итеүгә өлгәшә…
Петр Иванович Сюткин 1915 йылдың 31 декабрендә Башҡортостандың Ҡалтасы районында тыуған. Армияға алынғанға тиклем райондың Күтәрем мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Совет Армияһына 1941 йылда саҡырыла., 1942 йылда ВКП(б) сафына инә, ә фронтҡа 1944 йылдың сентябрендә генә эләгә. Алғы һыҙыҡта аҙ ғына булыуына ҡарамаҫтан, кәрәкле һуғыш тәжрибәһе туплап та һәм немецтар менән һуғышта еңергә лә өйрәнә.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, Петр Сюткин Ставрополь суворовсылар училищеһында офицер-тәрбиәсе булып хеҙмәт итә. 1953 йылда Хәрби-сәйәси академияны тамамлай. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер йылдан һуң вафат булып ҡала.
Петр Сюткин Ҡалтасы районының Һыуыҡ Шишмә ауылында ерләнгән. Ә ошо уҡ райондың Калегин ауылында уға һәйкәл ҡуйылған.
|
|
СССР Геройҙары |