Арҙаҡлы шәхестәребеҙСССР Геройҙары

Хәсәнов Сафа


Сафа Хәсәнов Үҙәк фронттың 61-се армияһы 7-се гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының миномет взводы командиры була, званиеһы – гвардия кесе лейтенанты. 1916 йылдың 24 июнендә Башҡортостандың хәҙерге Стәрлебаш районы Өмөтбай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте – башҡорт. Күп патриоттар кеүек, ауыр 1941 йылда ВКП(б) сафына инә. 7 класты тамамлап, ауылдаштары араһында иң белемлеләрҙең береһе була. 1933-1938 йылдарҙа Стәрлебаш районының тыуған “Ҡыҙыл-Тау” колхозында эшләй, 1940-1941 йылдарҙа, һуғышҡа киткәнгә тиклем, уның рәйесе була.

Был 1938-1940 йылдарҙа армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Ҡыҙыл Армияға уны икенсеһенә саҡырыу була. Хәрәкәт итеүсе армияға 1942 йылдың майында эләгә. Шул уҡ йылды кесе лейтенанттар курсын тамамлай.

1943 йылдың 27 сенябренә ҡарата төндә Хәсәнов үҙенең взводы менән Белоруссияның Гомель өлкәһе Брагинский районы Нивки ауылы эргәһендә Днепр йылғаһы аша сыға. Уның минометсылары үҙ участкаһында дошмандың бөтә ут нөктәләрен баҫтырып, эскадронға йылға аша сығыуҙы тәьмин итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн гвардия кесе лейтенанты Хәсәнов Сафа Хөзәм улына, Ленин ордены һәм “Ҡыҙыл Йондоҙ” миҙалы тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

1946 йылда өлкән лейтенант чинында Сафа Хөзәм улы тыуған яғына – Башҡортостандың Стәрлебаш районына әйләнеп ҡайта һәм тағы ла “Ҡыҙыл-Тау” колхозы рәйесе булып эшләй башлай. Һуңынан “Коммунизмға” колхозы рәйесе, район сауҙа бүлегенең ойоштороу бүлеге мөдире, Күндерәк сельпоһы, Стәрлебаш һәм Һайран ауыл Советтары рәйесе була.

Сафа Хәсәнов тыныс хеҙмәттә лә һәр эште еренә еткереп, намыҫ менән башҡара. 1973 йылдың 26 сентябрендә мәрхүм була. Ул Стәрлебаш районының Елембәт ауылында ерләнгән. Ошонда уҡ Геройға таҡтаташ һәм бюст ҡуйылған. Стәрлебаш ауылында урамдарҙың береһенә уның исеме бирелгән.

Ә 1975 йылда Советтар Союзы Геройы Сафа Хөзәм улы Хәсәновҡа уның тыуған ауылы  Өмөтбайҙа һәйкәл асыла.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

СССР Геройҙары

 
Башҡортостан 450