Пономарев Сергей
Сергей Дмитриевич Пономарев 1906 йылдың 5 июлендә Башҡортостандың хәҙерге Асҡын районы Төй ҡасабаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Өфө урман техникумын тамамлай. 1928-1929 йылдарҙа һәм 1930 йылдан алып 1941 йылға тиклем “Южураллес” тресы контораһында таксатор ярҙамсыһы, техникаға эйә булыу өлкә йәмғиәтенең яуаплы секретары, “Южураллес” тресының ағас әҙерләү буйынса белгесе, Өфө гарнизонының хәрби урман сәнәғәте хужалығы начальнигы булып эшләй.
Ҡыҙыл Армияла 1929-1930 йылдарҙа хеҙмәт итә, ә 1941 йылдың авгусынан Өфө ҡалаһының Жданов районы хәрби комиссариаты тарафынан ҡайтанан хәрби хеҙмәткә саҡырылып, кесе лейтенанттар курсын тамамлай һәм хәрәкәт итеүсе армияға эләгә.
Өлкән лейтенант Сергей Пономарев 1944 йылдың 4 октябрендә Санникулар-Маре (Румыния) ҡасабаһы өсөн алышта ҙур батырлыҡ күрһәтә. Уның батареяһы дошмандың бер нисә танкын яндыра һәм бик күп фашистарҙы ҡырып һала.
1944 йылдың 6 октябрендә ҡыйыу офицер бер төркөм яугирҙар менән дошман территорияһына үтеп инеп, орудиеһын баҫып ала һәм тәүлек буйына дошман контратакаһын кире ҡаға, бының менән Ченадал-Маре ҡасабаһы районында оборонаны аяҡҡа баҫтырыуға булышлыҡ итә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм һуғышта күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн лейтенант Пономарев Сергей Дмитриевичҡа, Ленин ордены һәм “Ҡыҙыл Йондоҙ” миҙалы тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
1945 йылдан капитан Пономарев – запаста, һуңынан – отставкала. Өфөлә йәшәй. Өфөнөң 2-се ағас заводы, «Башнефть» берекмәһенең «Башнефтепромстрой» тресы директоры, урман һәм ҡағыҙ сәнәғәте эшселәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе, Өфө йорт төҙөү фанера комбинатының норматив төркөмө өлкән инженеры булып эшләй.
Сергей Пономарев 1991 йылдың 15 мартында вафат була һәм Өфөлә ерләнгән.
|
|
СССР Геройҙары |