Пугаев Степан
Белорет районының Йүрүҙән станцияһында Пугаевтар ғаиләһендә малай тыуа, уға Степан тип исем бирәләр. Ул саҡта һөйөнгән ата-әсә дүрт йылдан Беренсе донъя һуғышы башланыр, ете йылдан донъя картаһында яңы дәүләт барлыҡҡа килер, ә инде тағы өс тиҫтә йылдан уларҙың сабыйы Советтар Союзы Геройы булып китер тип башына ла килтермәй, әлбиттә.
Степан ҡәҙимге тормош менән йәшәй: үҫә, мәктәпкә бара, тулы булмаған урта белем ала, Тирлән станцияһында стрелочник булып эшләй башлай, Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, яңынан станцияға эшкә килә.
1941 йылдың авгусында элекке стрелочник фронтҡа китә, Воронеж фронты 38-се армияһы 180-се уҡсылар дивизияһы 42-се уҡсылар полкының отделение командиры була. 1943 йылдың 27 сентябрендә өлкән сержант Пугаев Киев өлкәһе Новые Петровцы ауылы эргәһендә беренселәрҙән булып Днепр йылғаһы аша сыға. Көнбайыш ярҙа беренселәрҙән булып алышҡа инә һәм танкка ҡаршы мылтыҡтан атып, фашистарҙың пулемет нөктәләрен юҡ итә һәм бының менән үҙ ротаһына алға юл аса.
Бер айҙан (1943 йылдың 29 октябрендә) Сергей Пугаевтың күкрәгендә Советтар Союзы Геройы Алтын Йондоҙо балҡый. Уның награда ҡағыҙында “Өлкән сержант Пугаев – фашистар өсөн йәшен уты” тип яҙылған.
Әлбиттә, миллионлаған совет яугирҙары кеүек, ул да һуғыш тамамланыуын көтә, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға хыяллана. Ләкин Пугаевҡа Бөйөк Еңеү көнөн күрергә насип булмай. 28 декабрҙә, һуғыш тамамланыуға дүрт ай ҙа 12 көн ҡалғас, совет ғәскәрҙәре тарафынан фашистарҙан азат ителгән Словакия территорияһында барған сираттағы һуғышта геройҙарса һәләк була. Ул Фелединце ҡасабаһында ерләнгән, һәм урындағы халыҡ күп тиҫтә йылдар туғандар ҡәберлеген хәстәрләп тәрбиәләп торҙо.
|
|
СССР Геройҙары |