Арҙаҡлы шәхестәребеҙСССР Геройҙары

Бикәев Солтан


Солтан Хәмит улы Бикәев – үҙенсәлекле яҙмышлы, йомарт күңелле һәм ғәййәр кеше була. Советтар Союзы Геройы Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән алып аҙағына тиклем утлы юлдар аша үтә. Ә шуға тиклем Хәсән күле буйында япон милитаристарын ҡыйрата, совет-фин һуғышында ҡатнаша. Сирек быуат ғүмерен полковник Бикәев хәрби эшкә арнай.

  1945 йылдың 24 июнендә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында, шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 50 һәм 55 йыллыҡтарына арналған парадтарҙа ҡатнашыусы 30 йылға яҡын тыныс фронтта ла хеҙмәт итә, Өфө типографияларының береһенә етәкселек итә. Һәр эште лә ул намыҫ менән башҡара. Ул етәкселек иткән йылдарҙа типография техник-иҡтисади күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға, ыңғай эш һөҙөмтәләренә өлгәшә. Ул 90 йәшенә ике ай ярым ғына етмәй, вафат булып ҡала.

Солтан Хәмит улы БР Һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты ойошторолғандан алып уның Советтар Союзы Геройҙары һәм Дан орденының тулы кавалерҙары секцияһы рәйесе була. Ул үҙ секцияһындағы һәр ветерандың хәстәрлектәрен йөрәгенә яҡын ҡабул итә һәм һәр ваҡыт ярҙам итергә ынтыла. Йәштәр менән осрашҡанда йәш әңгәмәләшселәренең һорауҙарына яуап биреп кенә ҡалмай, уларҙың үҙҙәренән нимә менән мауығыуҙары, нимә уҡыуҙары, спорт менән шөғөлләнәләрме-юҡмы икәнлеген, армияла хеҙмәт итеүгә нисек әҙерләнеүҙәре хаҡында һорашырға яратты. Ул үҙе өс ул тәрбиәләп үҫтерҙе, уларҙың икәүһе үҙ тормошон  авиация, ә өсөнсөһө нефть сәнәғәте менән бәйләне.

Ветеран тыныс ҡына ял итергә китергә теләмәне, аҙағынаса сафта ҡалырға ынтылды. 1943 йылдың 2 октябренә ҡарата төндә танк батальоны командиры урынбаҫары капитан Бикәев 30 танкы менән тәүгеләрҙән булып Днепр йылғаһы аша сығып, плацдармды яулап ала һәм, төп көстәр килеп еткәнсе, өс көн буйына уны тотоп тора. Ошо ваҡыт эсендә немецтарҙың 19 контратакаһы кире ҡағыла, 18 танкы, 20 пушкаһы, биш миномет батареяһы, 45 пулемет нөктәһе яндырыла, 800-ләп дошман һалдаты һәм офицеры ҡырыла. Бикәев һәм уның танкистары үҙ бурысын аҙағынаса үтәй. Юҡ, геройҙар отставкаға китмәй. Улар мәңге сафта ҡала. Һәм мәңге беҙҙең хәтеребеҙҙә һаҡлана.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

СССР Геройҙары

 
Башҡортостан 450