Арҙаҡлы шәхестәребеҙСССР Геройҙары

Халиҡов Тимербулат


Советтар Союзы Геройы – Башҡортостанда тыуып үҫкән Тимербулат Халиҡов. Үҙәк фронттың 61-се армияһы 7-се гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының пулемет расчеты командиры, гвардия өлкән сержанты Халиҡов 1943 йылдың 27 сентябрендә Днепрҙы аша сыҡҡанда айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм һуғышта күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн, Ленин ордены һәм “Ҡыҙыл Йондоҙ” миҙалы тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Тимербулат Ғәләүетдин улы Халиҡов 1917 йылдың 17 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Ишембай районы Кинйәбулат ауылында башҡорт крәҫтиәне ғаиләһендә тыуған. Тулы булмаған урта белем алып, һигеҙ йыл буйына (1930-1938 йылдарҙа) “Урал” колхозында тракторсы булып эшләй.

Ҡыҙыл Армияға тәүге тапҡыр 1938 йылда – Башҡорт АССР-ы Ишембай ҡала хәрби комиссариаты, ә ҡайтанан – 1941 йылда – Башҡорт АССР-ы Маҡар район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Хәрәкәт итеүсе армияла 1942 йылдың июленән.

1943 йылдың 27 сентябрендә пулемет расчеты командиры, гвардеец Халиҡов Белоруссияның Гомель өлкәһе Брагинский районы Нивки ауылы эргәһендә эскадронда тәүгеләрҙән булып Днепр йылғаһы аша сыға һәм полк подразделениеларының йылға аша сығыуын тәьмин итә.

1945 йылда Советтар Союзы Геройы Халиҡов ВКП(б) сафына ҡабул ителә. Һуғыштан һуң тыуған яғы – Башҡортостандың Ишембай районына ҡайтып, Һайран ауыл Советы рәйесе булып эшләй башлай. Һуңынан “Яңы тормош” колхозы рәйесе, Хажы ГЭС-ында уполномоченный, Һайран ауыл Советының “Алға” промартеле рәйесе булып эшләй.

Тимербулат Халиҡов 1958 йылдың 17 июнендә 42-се йәшендә вафат булып ҡала. Ишембай районының Кинйәбулат ауылында ерләнгән. Геройҙың тыуған ауылында урамдарҙың береһе уның исеме менән аталған.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

СССР Геройҙары

 
Башҡортостан 450