Шәмғолов Фәттәх
Фәттәх Шәмғолов – Советтар Союзы Геройы, Еңеүгә 20 көн ҡалғас ҡына һәләк була. 4-се Украина фронты 38-се армия 183-сө уҡсылар дивизияһы 227-се уҡсылар полкы командиры урынбаҫары 23 йәшлек майор Шәмғолов (сығышы менән Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районынан) 1945 йылдың 18 апрелендә үҙ батальоны менән Моравск-Острав (Чехия) ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ Опава йылғаһы аша беренселәрҙән булып сыға.
Плацдарм өсөн һуғышта Фәттәх Шәмғолов һәм уның биш яугиры ҡул һуғышында егермеләп дошман һалдатын юҡ итә һәм немец ДОТ-ын баҫып ала. Дошманды эҙәрлекләп, батальон фашистар нығынған ауылға бәреп инә һәм уны азат итә. Был һуғышта майор Шәмғолов үҙе генә ун өс фашисты юҡ итә, ләкин үҙе лә геройҙарса һәләк була.
Фәттәх Шәмғолов 1921 йылдың 4 авгусында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башҡорт. 10 класты тамамлай һәм 1940 йылдың июлендә Өфөнөң Жданов район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1941 йылда – Свердловск хәрби пехота училищеһын, ә 1942 йылда “Выстрел” курстарын тамамлай, май айында инде фронтта була. Шул уҡ йылды ВКП(б) сафына инә. Брянск, Үҙәк, 1-се Украина, 4-се Украина фронттарында һуғыша, уҡсылар ротаһына, батальонға командалыҡ итә…
СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн майор Шәмғолов Фәттәх Ғәфүрйән улына үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Быға тиклем Ҡыҙыл Байраҡ, III дәрәжә Кутузов, Александр Невский, I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән наградлана.
Башҡорт Фәттәх Шәмғолов Пшина (Польша) ҡалаһында ерләнгән. Ләкин уны тыуған илендә лә онотмайҙар: Башҡортостандың Күгәрсен районы Хоҙайбирҙе урта мәктәбе бинаһында уның тураһында иҫтәлеккә таҡтаташ ҡуйылған; был мәктәптең пионерҙар отряды Герой исемен йөрөтә.
|
|
СССР Геройҙары |