Булатов Хоҙат
1906 йылдың 15 сентябрендә Башҡортостандың хәҙерге Әлшәй районы Себенле ауылында башҡорт Сәлимйән Булатовтың ғаиләһендә улдары Хоҙат донъяға килә. Башланғыс белем алып, ауыл хужалығында эшләй, һуғышҡа китер алдынан колхозда ферма мөдире була.
Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың июнендә Әлшәй районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Фронтҡа 1942 йылдың майында эләгә. 1943 йылда ВКП(б) сафына инә һәм шул уҡ йылда Тыуған илебеҙҙең иң юғары наградаһына лайыҡ булырлыҡ батырлыҡ күрһәтә лә инде. Ул саҡта 37 йәшлек гвардия сержанты Хоҙат Булатов Үҙәк фронттың 61-й армияһы 7-се гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының танкка ҡаршы орудие командиры була.
Хоҙат Булатовҡа, Ленин ордены һәм “Ҡыҙыл Йондоҙ” миҙалы тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылдың 9 февралендә бирелә. Герой шулай уҡ Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән наградлана. Һуғышты гвардия өлкән сержанты булып тамамлай.
Демобилизацияланғас, Булатов тыуған ауылы Себенлегә әйләнеп ҡайта. 1982 йылдың 2 ғинуарында вафат була. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем тыныс хеҙмәт менән шөғөлләнә, балыҡсылар бригадаһы бригадиры, колхозда янғын һүндереүсе булып эшләй.
Хоҙат Сәлимйән улы Булатов Себенле ауылында ерләнгән.
|
|
СССР Геройҙары |