Сөләймәнов Шәриф
Шәриф Сөләймәнов дошманға ҡаршы фиҙаҡәр һуғыша һәм бер ваҡытта ла үлемдән ҡурҡмай. 1941 йылдың июненән алып 1945 йылдың майына тиклем бөтә һуғышты үтә, Мәскәүҙе обороналауҙа, Орел эргәһендәге һуғыштарҙа, Белоруссияны, Польшаны азат итеүҙә, Варшаваны, Познанды һәм Берлинды алыуҙа ҡатнаша. Күп тапҡырҙар дошман менән тиңһеҙ алышҡа инә, әммә һәр ваҡыт еңеүсе булып сыға. Һуғыштан һуңғы тормошонда ла күп еңеүҙәргә өлгәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1994 йылдың 12 февралендә, 73 йәшендә генә вафат булып ҡала.
Ҡыҙыл Армияға Шәриф Сөләймәнов 1939 йылда Краснокама районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Шуға тиклем Яңы Ҡайынлыҡ ете йыллыҡ мәктәбен һәм Өфө финанс-иҡтисад техникумын тамамлай. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Саҡмағош хеҙмәтсәндәр депутаттары Советының финанс инспекторы булып эшләргә өлгөрә. 1943 йылда инде капитан була һәм Белоруссия фронты 65-се армия 41-се айырым истребитель-танкка ҡаршы артиллерия бригадаһы 1959-сы истребитель-танкка ҡаршы артиллерия полкының 1-се батареяһына командалыҡ итә. Үҙенең фиҙаҡәр батырлығын артиллерист Сөләймәнов тап Белоруссия ерендә, Гомель өлкәһенең Короватичи ауылы эргәһендә күрһәтә. Ике көн буйына барған һуғыш 19 ноябрҙә тамамлана. Бер йылдан һуң тап ошо көн Артиллерия көнө итеп һайлана.
Һуғышты Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәнов майор булып тамамлай, запасҡа ҡайтарылғас, партия-финанс линияһы буйынса эшләй башлай. 1949 йылда СССР Финанс министрлығының Юғары финанс курстарын, ә һуңынан ситтән тороп Бөтә Союз юридик институтын тамамлап, юғары белем ала. 1952-1953 йылдарҙа – Өфө ҡала финанс бүлеге мөдире, 1954 йылдан – Дүртөйлө районы башҡарма комитеты рәйесе, 1956-1964 йылдарҙа – КПСС-тың Кушнаренко район комитетының беренсе секретары, 1964 йылдан алып 1971 йылға тиклем Саҡмағош районы башҡарма комитеты рәйесе һәм ошо уҡ райондың КПСС райкомы беренсе секретары булып эшләй. 1971-1988 йылдарҙа Шәриф Сөләймәнов Башҡорт АССР-ының финанс министры була. Күп йылдар БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Хаҡлы ялға сыҡҡас та тыныс ҡына ятмай: һуңғы көндәренә тиклем республика Балалар фонды рәйесе булып эшләй.
Өфө финанс-иҡтисад колледжында Шәриф Сөләймән улы Сөләймәнов исемендәге ике стипендия булдырылған. Ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылған. Тере сағында уҡ тыуған ауылында йорт-музей асыла, һәм Шәриф Сөләймәнов уның алдына үҙ ҡулдары менән зәңгәр шыршылар ултырта, музейға иҫтәлекле экспонаттар бүләк итә. Вафат булғандан һуң һигеҙ йыл үткәс, 2002 йылда Яңы Ҡайынлыҡ ауылында һәйкәл асыла, ә Еңеүҙең 60 йыллығы алдынан Краснокама район үҙәгенең иң матур майҙанында, Николо-Березовка ауылы Мәҙәниәт йорто эргәһендә Сөләймәновҡа тағы бер һәйкәл ҡуйыла. Был үҙенең героик батырлығы менән Краснокама ерен данлаған яҡташтарына ихтирам билдәһе булып тора.
|
|
СССР Геройҙары |