Ткаченко Яков
Совет Армияһы немец фашистарын үҙ өңөнә ҡыуып индергән 1945 йыл 41-се йылдан еңел булмай. Еңеү өсөн шул уҡ фиҙаҡәрлек, шул уҡ героизм талап ителә. Бөйөк Ватан һуғышының еңеү йылындағы (1945) геройҙарының береһе яҡташыбыҙ Яков Ткаченко була. 1945 йылдың апрелендә ул Көнсығыш Пруссиялағы һуғыштарҙа ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
Был ваҡытта ул 3-сө Белоруссия фронты 43-сө армия 319-сы уҡсылар дивизияһы 1336-сы уҡсылар полкының батальон командиры урынбаҫары була, хәрби званиеһы – капитан. Фирбруденкруг ауылы эргәһендәге һуғыштарҙа комбат яраланғас, Ткаченко батальон менән етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә ала һәм Ляуке Флисс йылғаһы аша сығыуҙы оҫта ойоштора. Ике тапҡыр яралана, әммә батальон менән командалыҡ итеүен дауам итә һәм тәүгеләрҙән булып Фришес-Хафф ҡултығы (хәҙерге Калининград ҡултығы) ярына аяҡ баҫа.
Был 1945 йылдың 17 апрелендә була. Ә инде Еңеүҙән һуң СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 29 июнендәге Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм һуғышта күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн капитан Яков Тарасович Ткаченкоға, Ленин ордены һәм “Ҡыҙыл Йондоҙ” миҙалы тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Бынан 40 йыл элек сыҡҡан “Славные сыны Башкирии” китабының өсөнсө томында Ткаченко тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар.
1944 йылдың июлендәге һуғыштарҙың береһендә Яков Ткаченко ике тапҡыр етди яралана, ярты йыл буйына госпиталдә дауалана, икенсе төркөм инвалидлыҡ бирәләр, ләкин ул барыбер фронтҡа үҙ полкына әйләнеп ҡайта. Баҡһаң, бында танымаҫлыҡ булып имгәнгән полкташының мәйете эргәһендә табылған Ткаченконың ялан сумкаһы буйынса уны күптән инде һәләк булған тип иҫәпләгәндәр.
Яков Тарасович Ткаченко 1906 йылдың 15 июлендә Башҡортостандың хәҙерге Стәрлетамаҡ районы Мало-Деевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 4 класты тамамлай. Үҫмер сағында кулактарҙа батраклыҡта йөрөй, һуңыраҡ Стәрлетамаҡ районының “Маяҡ” колхозында, аҙаҡтан Cиләбе өлкәһе Златоуст ҡалаһында механика заводында эшләй.
1928-1930 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла мәжбүри ғәскәри хеҙмәттә була, 1930 йылда ВКП(б)-ға инә. Запасҡа ҡайтарылғас, Магнитогорск металлургия комбинаты төҙөлөшөндә эшләй. Унан, һәләтле ойоштороусы булараҡ, Свердловскиға ВЦСПС мәктәбенә уҡырға ебәрелә. Уҡыуҙы тамамлағас, 1937 йылдан Свердловск өлкәһендә Верхне-Исетск металлургия заводында профсоюз комитеты рәйесе булып эшләй.
Ҡыҙыл Армияға икенсе тапҡырына 1941 йылдың июлендә Свердловск ҡала хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Хәрәкәт итеүсе армияла – 1942 йылдың мартынан. 2-се Балтик буйы һәм 3-сө Белоруссия фронттарында һуғыша. Бер нисә тапҡыр яралана, икеһендә бик ауыр яра ала.
1945 йылда капитан Ткаченко демобилизациялана, Сверловск ҡалаһына әйләнеп ҡайта, металлургия заводында, ғилми-тикшеренеү тау институтында етәксе вазифаларҙа эшләй. 1966 йылда пенсияға сыға. 1979 йылдың 15 октябрендә вафат була.
|
|
СССР Геройҙары |