Арҙаҡлы шәхестәребеҙСССР Геройҙары

Матросов Александр


Матросов Александр Матвеевич – Калинин фронты 22-се армия 6-сы Сталин Себер ирекле уҡсылар корпусы И.В.Сталин исемендәге 91-се айырым Себер ирекле бригадаһының 2-се айырым батальоны автоматсыһы, рядовой.

1924 йылдың 5 февралендә Екатеринослав (хәҙерге Днепропетровск) ҡалаһында тыуған. ВЛКСМ ағзаһы. Иртә етем ҡала. 5 йыл Иваново балалар йортонда (Ульяновск өлкәһе) тәрбиәләнә. 1939 йылда Куйбышев (хәҙерге Һамар) ҡалаһындағы вагон ремонтлау заводына эшкә ебәрелә, ләкин тиҙҙән унан ҡаса. Һарытау ҡалаһы Фрунзе районының 3-сө участкаһы халыҡ судының 1940 йылдың 8 октябрендәге ҡарары менән Александр Матросов РСФСР Енәйәт кодексының 192-се статьяһы буйынса паспорт режимын боҙған өсөн ике йылға иркенән мәхрүм ителә (РСФСР Юғары Судының Енәйәт эштәре буйынса суд коллегияһы 1967 йылдың 5 майында был хөкөмдө юҡҡа сығара). Ул Өфө балалар хеҙмәт колонияһына ебәрелә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бер нисә тапҡыр фронтҡа ебәреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә.

Ҡыҙыл Армияға Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһы Киров район хәрби комиссариаты тарафынан 1942 йылдың сентябрендә саҡырыла һәм Краснохолмск пехота училищеһына (1942 йылдың октябре) ебәрелә. Ләкин тиҙҙән курсанттарҙың күбеһен Калинин фронтына оҙаталар.

Хәрәкәт итеүсе армияла 1942 йылдың ноябренән. И.В. Сталин исемендәге 91-се айырым Себер ирекле бригадаһының 2-се айырым уҡсылар батальоны (һуңыраҡ Калинин фронты 56-сы гвардия уҡсылар дивизияһы 254-се гвардия уҡсылар полкы) составында хеҙмәт итә. Күпмелер ваҡыт бригада резервта тора. Һуңыраҡ уны Псков эргәһенә ташлайҙар. Бригада туранан-тура һуғышҡа инә.

1943 йылдың 27 февралендә 2-се батальонға Псков өлкәһе Локнянск районының Чернушки ауылынан көнбайыштараҡ Плетень ауылы эргәһендә терәк пунктын атакалау бурысы йөкмәтелә. Һалдаттарыбыҙ урман аша үтеп, уның ситенә сыҡҡас та дошмандың көслө пулемет уты аҫтына эләгә  дзоттарҙан өс дошман пулеметы ауылға инеү юлын ҡаплап тора. Бер пулеметты автоматсылар һәм бронебойщиктарҙың штурм төркөмө тонсоҡтора. Икенсе дзотты бронебойщиктарҙың икенсе төркөмө юҡ итә. Ләкин өсөнсө дзоттан пулемет ауыл алдындағы үҙәнде утҡа тотоуын дауам итә. Бер нисә тапҡыр тонсоҡторорға маташып та, уңышҡа өлгәшә алмайҙар. Шул саҡ дзот яғына ҡыҙылармеец Александр Матросов шыуышып китә. Ул амбразураға флангынан яҡынлаша һәм ике граната ташлай. Пулемет тынып ҡала. Ләкин яугирҙарыбыҙ атакаға күтәрелеү менән пулемет яңынан телгә килә. Шул саҡ Матросов һикереп тора ла дзотҡа ташлана һәм амбразураны үҙ кәүҙәһе менән ҡаплай. Үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, ул подразделениеның хәрби бурысын үтәүенә булышлыҡ итә.

Бер нисә көндән Александр Матросовтың исеме бөтә донъяға билдәле була. Матросовтың батырлығын ошо ваҡыт осраҡлы ғына часта булған журналист патриотик мәҡәлә өсөн файҙалана. Тик батырлыҡты Ҡыҙыл Армия көнөнә тура килтереп, Геройҙың һәләк булыу датаһын 23 февралгә күсерәләр. Матросов, үҙ-үҙен ҡорбан итеп, бындай батырлыҡты яһаусы беренсе кеше булмаһа ла, совет һалдаттарының героизмын данлау өсөн тап уның исеме файҙаланыла. Унан һуң тағы өс йөҙ кеше ошондай уҡ батырлыҡ яһай, ләкин уларҙың исеме киң яҡтыртылмай.

Александр Матвеевич Матросовҡа Советтар Союзы Геройы исеме СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 19 июнендәге Указы менән үлгәндән һуң бирелә. Псков өлкәһенең Великие Луки ҡалаһында ерләнгән. 1943 йылдың 8 сентябрендә СССР оборона халыҡ комиссары приказы менән 254-се гвардия уҡсылар полкына А.М. Матросов исеме бирелә, ул үҙе был частың 1-се ротаһы исемлегенә мәңгелеккә индерелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған Геройҙы мәңгелеккә хәрби часть исемлегенә индереү тураһында СССР оборона халыҡ комиссарының был беренсе приказы була. Ленин ордены менән наградлана (үлгәндән һуң).

Башҡортостандың баш ҡалаһы – Өфөлә Еңеү паркында Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ батырлығына арнап мөһабәт момумент ҡуйылған, уның нигеҙендә Мәңгелек ут яна. Өфө, Великие Луки, Ульяновск, Красноярск һәм башҡа ҡалаларҙа рядовой Александр Матросовҡа һәйкәл ҡуйылған. Өфөләге балалар кинотеатры һәм урам Александр Матросов исемен йөрөтә, РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында А.М. Матросовтың мемориаль музейы асылған.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

СССР Геройҙары

 
Башҡортостан 450