Ғөбәйҙуллин Миңлеғәли
1944 йылдың 8 мартында 3-сө Украина фронты 28-се армия 109-сы гвардия уҡсылар дивизияһы 309-сы гвардия уҡсылар полкының пулемет взводы командиры, гвардия лейтенанты Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин Днепр йылғаһының уң яҡ ярын, Берислав һәм Херсон ҡалаларын азат итеү өсөн һуғыштарҙа Александр Матросовтың батырлығын ҡабатлай. Был көндө полк Херсон өлкәһенең Дудчаны-Рядовое рубежында һөжүм итә, ләкин операция уңышҡа өлгәшә алмай, сөнки дошман үҙенең ут нөктәләрен ҡурғандарға уңайлы итеп урынлаштырған була. Оборонаны өҙөү өсөн ҡурғандарҙың береһен яуларға кәрәк була. Ошо бурысты, йәғни ут нөктәләрен юҡ итеүҙе Ғөбәйҙуллинға йөкмәтәләр. Приказ алып, ул үҙ взводын дзотты штурмлауға алып бара. Әммә гитлерсылар баш күтәрергә лә ирек бирмәй, көслө ут яуҙыра. Ауыр яраланған гвардия лейтенанты Ғөбәйҙуллин үҙ кәүҙәһе менән дзот амбразураһын ҡаплай. Һөҙөмтәлә уның подразделениеһы яугирҙары үҙ хәрби бурысын үтәй.
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 3 июнендәге Указы менән гвардия лейтенанты Миңлеғәли Ғөбәйҙуллинға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ул Дудчаны ауылы ҡурғанында ерләнгән, бында уға һәйкәл ҡуйылған. Дудчаныла, Херсонда, Бериславала, Нововоронцовкала һәм Өфөлә урамдар Советтар Союзы Геройы Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исеме менән аталған. Ә Башҡортостандың баш ҡалаһында Ағиҙел йылғаһының бейек ярында 1980 йылдың 8 майында Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ батырлығына арнап мөһабәт монумент асылды, уның нигеҙендә Мәңгелек ут яна. Тиҙҙән был һәйкәл торған парк Еңеү паркы тип аталды. 1975 йылдың майында Башҡортостандың Миәкә районы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында гранит постаментҡа бюст ҡуйылды.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күп совет яугирҙары Александр Матросовтың батырлығын ҡабатланы. Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин улар сафында айырым урын алып тора. Беренсенән, ул улар араһында тәүге офицерҙарҙың береһе булды. Икенсенән, үҙенең героик батырлығын 23 йәше тулған көнө яһаны.
Миңлеғәли Хәбибулла улы Ғөбәйҙуллин 1921 йылдың 8 мартында Башҡортостандың Миәкә районы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында беренселәрҙән булып “Яңы юл” колхозына ингән башҡорт крәҫтиәндәре Хәбибулла Ғөбәйҙулла улы менән Мәликә Заһиҙулла ҡыҙы ғаиләһендә тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Миңлеғәли лә ошо уҡ колхозда эшләй, ләкин нефтсе булыу теләге уны Баку (Әзербайжан) нефтепромыслаларына килтерә.
Ҡыҙыл Армияға 1942 йылдың июнендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1943 йылдың 26-27 сентябрендә Молочный йылғаһындағы һуғыштарҙа ҙур батырлыҡ күрһәтә. Ике тапҡыр яраланған көйөнсә, ул һуғыш яланын ташлап китеүҙән баш тарта, бының өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана.
|
|
СССР Геройҙары |