Гәрәев Муса
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, легендар летчик Муса Гәрәевтың исеме республикабыҙҙан ситтә лә киң билдәле. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында летчик-штурмовик хәрәкәт итеүсе армияла була, күп фронттарҙа һуғыша. Ул 250-гә яҡын хәрби осош яһай һәм батырлығы өсөн ике Алтын Йондоҙ ала.
Һуғыштан һуң Гәрәев егерме йыл буйына Ҡораллы Көстәр сафында ҡала. Тормошоноң был аҙ билдәле осоро тураһында Муса Гәрәев менән бергә хеҙмәт иткән полковник Александр Павлюченко хәтергә алды.
Фрунзе исемендәге Хәрби академияның авиация факультетын тамамлағас, Муса Гәрәев хәрби-транспорт авиация полкы (ХТАП) командирының осоу часы буйынса урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, һуңынан үҙе полк командиры була.
Полк иң ҡатмарлы метеошарттарҙа ла көнөн-төнөн оса – осоу составы беренсе класлы әҙерлеккә эйә була. Гәрәев үҙе лә “беренсе класлы хәрби летчик” исеме ала. Унда мөмкин тиклем йышыраҡ осоу һәм йәш летчиктарҙы осоу оҫталығына өйрәтеү теләге көслө була. Ул фронтта ла ошо сифаты менән айырылып тора.
Ә бурыстар ҡатмарлашҡандан-ҡатмарлаша бара. Экипаждар айҙар буйына базала күренмәй. Был төньяҡты интенсив үҙләштереү осоро була. Гәрәев үҙе күп тапҡырҙар СП-3, СП-4 экспедицияларын тәьмин итеү буйынса 6-12 экипаждан торған төркөмгә етәкселек итә. Был бик ауыр һәм хәүефле эш була – кешеләр, йөк һәм ҡорамалдар менән боҙға ултырырға тура килә. Әммә унда булып ҡайтҡан экипаждар ҙур тәжрибәгә эйә була һәм “ҡарттар” рәтенә баҫа.
Был ваҡытта Байконур кеүек старт майҙансыҡтарын төҙөү буйынса эштәр тулы көскә алып барыла. Атом һәм водород бомбаларын һынау бара. Бында ла ХТАП экипаждары ҡатнаша. Улар ҡайҙа тура килә, шунда йәшәй. Йышыраҡ йәйен 45 градусҡа тиклем эҫелә, ә ҡышын ошондай уҡ ҡара һыуыҡта үҙ самолеттары уларҙың йорто була. Полк Ҡытай, Корея, Вьетнам, Индонезия, Һиндостан һәм башҡа илдәргә осоу буйынса бурыстарҙы ла үтәй. Ә инде Европаға осоу көндәлек эш булып иҫәпләнә. Данлыҡлы яҡташыбыҙҙың бөтә наградаларын иҫәпләп бөтөрлөк тә түгел. Иң мөһимдәре – Ленин ордены, өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены, III дәрәжә Богдан Хмельницкий, Александр Невский, ике I дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены.
Һуғышта ул үҙенең мәңгелек мөхәббәтен – Галина исемле ҡыйыу ҡыҙҙы ла осрата. Ысын мөхәббәт бөтә тормош һынауҙарын үтә. Галина Александровна Муса Ғайса улы менән бергә оҙон бәхетле ғүмер кисерә.
Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем, ә ул 65 йәшкә тиклем йәшәй, Муса Ғайса улы йәш сағындағы кеүек изге күңелле, ябай, ярҙамсыл кеше булып ҡалды. Кем генә килмәһен, бөтәһенә лә ярҙам итергә тырышты.
Галина Александровна менән Муса Ғайса улы бәхетле никахта ике бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Бөгөн Геройҙың ҡатыны – биш ейәнгә өләсәй.
|
|
СССР Геройҙары |