?
Ар?а?лы ш?хест?ребе??Р?с?й Герой?ары

Плотников Дмитрий Павлович


Плотников Дмитрий Павлович 1918 йылды? 2 авгусында Белорет районыны? ?рге ??ж?н ауылында тыу?ан. Б?й?к Ватан ?у?ышында ?атнашыусы. Полковник (1955). РФ Геройы (2.05.1996).

Свердловск машиналар эшл?? техникумын тамамла?ан (1939). Совет Армия?ында 1939 йылды? сентябрен?н.Пушкинск ю?ары х?рби автомобиль училище?ын (1939), Ленинград Ю?ары офицер?ар бронетанк м?кт?бен (1948) тамамлай. Б?й?к Ватан ?у?ышы фронттарында 1941 йылды? 22 июнен?н: взвод командиры, рота командиры урынба?ары, рота командиры, танк батальоны командиры урынба?ары, бригада штабы начальнигыны? разведка буйынса урынба?ары, К?нья?-К?нбайыш, К?нбайыш, Сталинград, 1-се, 2-се, 3-с? Украина фронттарында айырым мотоциклет батальоны командиры.

1944 йылды? 19 мартында 2-се механизациялан?ан бригада штабы начальнигыны? разведка буйынса урынба?ары капитан Плотников 12 кешен?н тор?ан бер т?рк?м яугир?ар мен?н Могилев-Подольский районында Днестр йыл?а?ы аша сы?ып, плацдармды яулап ала. Дошманды? бер нис? аяу?ы? контратака?ын кире ?а?ып, плацдармды ки??йт? ??м унда мотоу?сылар батальоны подразделениеларыны? сы?ыуын т?ьмин ит?. Был батырлы?ы ?с?н Советтар Союзы Геройы исемен? т??дим ител?, ?мм? ул са?та был тормош?а ашмай. 1996 йылды? 2 майында РФ Геройы исеме бирел?.

Молдавия, Румыния, Венгрия, Австрия, Чехословакияны азат ите? ?с?н ?у?ыштар?а, Алы? К?нсы?ышта милитаристик Японияны тар-мар ите??? ?атнаша.

?у?ыштан ?у? армияла хе?м?т ите?ен дауам ит?. 1973 йылда ?ур?ан ?лк??ене? х?рби комиссары вазифа?ында отставка?а сы?а. ?ур?ан ?лк??е автомобиль юлдары т???? ??м улар?ы фай?аланыу идаралы?ында эшл?й. 1988 йылдан Пермда й?ш?й.

?ке ?ы?ыл Байра? ордены, Александр Невский ордены, ?с I д?р?ж? Ватан ?у?ышы ордены, ?с ?ы?ыл Йондо? ордены, Венгрия Халы? Республика?ы ордены, совет ??м сит ил ми?алдары мен?н наградлан?ан.

Белоретта Герой?а бюст ?уйыл?ан. Белорет районыны? Ту?ан ?асаба?ы урамдарыны? бере?е уны? исемен й?р?т?


Ба?ма ?с?н версия????Сайт карта?ы????Битте? ??к? я?ына

Р?с?й Герой?ары

?
Баш?ортостан 450