Арҙаҡлы шәхестәребеҙРәсәй Геройҙары

Рафиҡов Мансур Миңлебай улы


« src=»/netcat_files/Image/Heroes/rafikov.jpgРафиҡов Мансур Миңлебай улы 1964 йылдың 8 декабрендә Күгәрсен районының Күгәрсен ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Татар. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Полковник (2006). РФ Геройы (20.01.1996).

Ҡораллы Көстәр сафында 1982 йылдан. Ҡазан Юғары танк командирҙар училищеһын (1986), Бронетанк ҡоралдары Хәрби Академияһын (1999) тамамлай. Кавказ арты хәрби округында, Төньяҡ Кавказ хәрби округында хеҙмәт итә.

1994 йылдың декабрендә – 1995 йылдың ғинуарында Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә айырым танк батальоны командиры сифатында ҡатнаша. 1995 йылдың ғинуарында Грозный ҡалаһын штурмлағанда гвардия майоры Рафиҡов, иң хәүефле йүнәлештәрҙә бурыстарҙы үтәп, ҡул аҫтындағылар менән оҫта етәкселек итә. Боевиктар Первомайский урамы буйлап Грозныйҙың үҙәгенә ынтылғанда штурмлаусы төркөмдәрҙең хәрәкәтен тәьмин итә. Ҡатмарлы урам һуғышында батальон менән оҫта етәкселек итә. Экипаж составында дошман танкын, 2 пулемет расчетын һәм 15-ләп боевикты юҡ итә.

Уның танкын өс тапҡыр яндыралар, әммә Рафиҡов һәр юлы хәлдән тере сыға һәм хәрби бурысын үтәүҙе дауам итә ала. Үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, яндырылған танк экипажын хәүефһеҙ урынға эвакуациялай. Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн майор Рафиҡовҡа РФ Геройы исеме бирелә. Батырлыҡ (1995), “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” (2001) ордендары, миҙалдар менән наградланған. Армияла хеҙмәт итеүен дауам итә.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Рәсәй Геройҙары

 
Башҡортостан 450