Сәхәбетдинов Риф Рәйес улы
Сәхәбетдинов Риф Рәйес улы 1955 йылдың 9 декабрендә Өфөлә тыуған. Вертолетсы, авиация генерал-майоры (2003), РФ Геройы (27.04.2001).
1963-1970 йылдарҙа Шишмә районының Келәш ауылы урта мәктәбендә уҡый. 1973 йылда Өфө ҡалаһының 15-се урта мәктәбен тамамлай. Ҡораллы Көстәрҙә 1973 йылдан. Сызрань Юғары хәрби летчиктар авиация училищеһын (1977), Ю.А. Гагарин исемендәге Хәрби Һауа Академияһын (1988) тамамлаған. Афғанстан Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә, Тажикстанда тыныслыҡ урынлаштырыу миссияһында, Төньяҡ Кавказда контртеррористик операцияла ҡатнаша.
Армия авиацияһы начальнигы полковник Сәхәбетдиновҡа РФ Геройы исеме Төньяҡ Кавказ төбәгендә контртеррористик операция барышында законһыҙ ҡораллы көстәрҙе тар-мар итеүҙә күрһәткән ҡаһарманлығы һәм 237 уңышлы хәрби осошо өсөн бирелә. Ҡыҙыл Йондоҙ, III дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткән өсөн”, Батырлыҡ ордендары, миҙалдар менән наградланған. Хәрби Һауа Көстәрендә хеҙмәт итеүен дауам итә. Авиация начальнигы – 6-сы А Хәрби Һауа Көстәре һәм Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәре командующийының армия авиацияһы буйынса урынбаҫары (Санкт-Петербург ҡалаһы).
2007 йылдан запаста.
|
|
Рәсәй Геройҙары |