Арҙаҡлы шәхестәребеҙРәсәй Геройҙары

Тулин Сергей Заһит улы


« src=»/netcat_files/Image/Heroes/tulin.jpgТулин Сергей Заһит улы (1992 йылға тиклем Ғизәтулин Риф Заһит улы) 1957 йылдың 11 сентябрендә Миәкә районының Кесе Ғәйнә ауылында тыуған. Татар. Генерал-майор (2001). РФ Геройы (20.07.1996). Ҡораллы Көстәрҙә 1976 йылдан. Ҡазан урта хәрби училищеһын (1976), Рязань Хәрби десант командирҙар училищеһын (1980), М.В. Фрунзе исемендәге Хәрби Академияны (1980), Генераль Штаб Хәрби Академияһын (2000) тамамлай.

1980-1987 йылдарҙа Карпат буйы Хәрби округының айырым десант-штурмовиктар бригадаһында хеҙмәт итә: взвод командиры, разведрота командиры, батальон штабы начальнигы, батальон командиры. 1990-1992 – Белоруссия хәрби округының айырым десант-штурмовиктар бригадаһы командиры урынбаҫары. 1992-1993 – Югославияла БМО 554-се Айырым пехота батальонының штаб начальнигы. 1993 йылдан – 76-сы гвардия һауа-десант дивизияһының 104-се гвардия парашют-десант полкы командиры. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Төньяҡ Кавказ төбәгендә хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн полковник Тулинға РФ Геройы исеме бирелә.

2002 йылдан Рязань өлкәһе хәрби комиссары. Батырлыҡ ордены (1995), миҙалдар менән наградланған.

2007 йылдан запаста.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Рәсәй Геройҙары

 
Башҡортостан 450