Арҙаҡлы шәхестәребеҙМузыканттар, актерҙар

Абдразаҡов Асҡар


Асҡар Абдразаҡов  был исем оҙаҡ итеп таныштырыуғамохтаж түгел. Башҡортостандың халыҡ артисы (1994 йыл), Глинка исемендәге Бөтә Союз конкурсы (IV премия һәм "Өмөт призы), Ф. Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара конкурстың Беренсе премияһы (1993), Преторияла булып үткән Халыҡ-ара Unisa Trensnet конкурсының Беренсе премияһы һәм Алтын миҙалы (1994) лауреаты, Афиналағы Халыҡ-ара Maria Gallas Grand Prix конкурсында Гран-при яулаған йырсы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә лә киң билдәле, Асҡар Өфөлә танылған кинооператор һәм режиссер Әмир Абдразаҡовтың ғаиләһендә тыуған.

Йәш һәләтле йырсының ижады менән Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә опера сәнғәтен һөйөүселәр яҡшы таныш. Ул Мәскәү консерваторияһының Зур һәм Бәләкәй залдарында опера спектаклдәрендә һәм концерттарҙа сығыш яһай, Испания, Германия, Финляндия, АҠШ һәм башҡа илдәр театрҙарында йырлай.

Өфө дәүләт сәнғәт институтын (хәҙер академия) профессор Миләүшә Мортазина класын тамамлай, 1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы һәм СССР-ҙың халыҡ артисы, профессор Ирина Архипова класы буйынса Мәскәү консерваторияһы аспиранты.

1995 йылда Рәсәйҙең Зур театрында беренсе тапҡыр Дон Базилио һәм хан Кончак партияларында сығыш яһай. 1996 йылдың апрель-майында Триеста (Италия) Дж. Верди исемендәге Опера театры сәхнәһендә «Евгений Онегин» спектаклендә Гремин партияһын башҡара.

Хәҙер йырсының репертуарында опера партиялары байтаҡ. Улар араһында В. Моцарттың «Реквием»ы, Дон Базилио (Дж. Россини, «Севилья цирюльнигы»), Спарафучилле (Дж.Верди, «Риголетто»), Бөйөк инквизитор (Дж.Верди, «Дон Карлос»), бас партия (Дж.Пуччини, «Месса Глория»), Гремин (П.И. Чайковский, «Евгений Онегин»), Кончак (Бородин, «Кенәз Игорь»), Варяг ҡунағы (Римский-Корсаков, «Садко»), Пимен (Мусоргский, «Борис Годунов») һәм башҡалар.

Асҡар Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Музыканттар, актерҙар

 
Башҡортостан 450