Ҡадирова Нәзифә
“Үҙ концерттарымда мин тыңлаусылар менән сәхнәгә сыҡҡан саҡтағы үҙ уй-фекерҙәрем, тойғоларым менән уртаҡлашаһым килә. Үҙемде мин тыңлаусы ролендә ҡуйып ҡарайым. Башҡарыусының төп маҡсаты – музыканың төп асылын биреү. Минеңсә, тапалған һуҡмаҡтан барырға ярамай. Һәр ваҡыт сәхнәгә ниндәйҙер яңылыҡ сығарырға кәрәк”, тип иҫәпләй йырсы.
Уның ижады шуның менән айырыла ла – бер концерты икенсеһенә оҡшамаған.
“Романс – бик ҡатмарлы жанр, бында тормош тәжрибәһе, йәшәлгән йылдар кисерештәре кәрәк, ти йырсы. – Мин элек тә айырым рус йырҙарын һәм романстарын башҡара торғайным – Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә сығыш яһарға тура килде, ә ул бит күп милләтле. Романстар һәр кемдең йөрәгенә барып етә”.
Әммә башҡарыусының репертуарында рус һәм сит ил романстары, донъя халыҡтары йырҙары ғына түгел, шулай уҡ Рәсәй композиторҙарының әҫәрҙәре лә бар. Нәзифә Ҡадированың ижади тормошона композиторҙар Фрадкин, Френкель, Таривердиев, Саульский, Тухманов, Мартынов, башҡарыусылар Рымбаева, Чепрага, Георгиади, Ибраһимов, Серебрянников кеүек Рәсәй эстрадаһы мэтрҙары ҙур йоғонто яһаны. Уның менән бергә сығыш яһарға тура килгән Рәсәйҙең танылған сәхнә оҫталары йырсының дәртле булыуын, юғары профессионализмын, сәхнәлә үҙен иркен тотоуын билдәләй. Ул Рәсәйҙә, Урта Азия республикаларында, Балтик буйы республикаларында, Украинала гастролдәрҙә булды. Уға Польшала, Монголияла, Германияла, Венгрияла, Данияла, Һиндостанда, Шри Ланкала, Италияла, Швецияла, Австрияла, Төркиәлә тамашасылар алҡышлап ҡул сапты.
|
|
Музыканттар, актерҙар |