Арҙаҡлы шәхестәребеҙМузыканттар, актерҙар

Рамазанова Земфира


Ун йыл элек уның йырҙары радиоэфирҙарҙы яулап алды. Үҙәк телеканалдарҙа уның музыкаль клиптары барлыҡҡа килде. Тиҫтә ярымлап ҡиммәтле журнал биттәрендә фотопортреттары баҫылды. Өфө ҡыҙы бөгөн дә журналистарҙың иғтибар үҙәгендә. Был – ғауғасы ҡыҙ, башҡорт мөғжизәһе – Земфира Рамазанова. Йәш йырсының популярлығы “СПИД” тураһында хиттан башлана. Уға тиклем был турала бер кем дә йырламай, шуға күрә лә йыр шунда уҡ танылыу яулай. Унан һуңғы бөтә ижадтары ла радикаль темаларға яҙылған.

Земфира тәүге йырын 1996 йылда яҙа, ә 1999 йылдың көҙөндә меломандар ҡыҫҡа ваҡытта яһалған дебют альбомын шунда уҡ һатып алып бөтөрә. “Беҙ ун тәүлек эсендә клип яҙҙыҡ, һәм шунда башланды ла инде!!! Журналистарҙың иғтибары, ашығыс рәүештә клип яҙҙыҡ, турға сығыу өсөн ашығыс репетициялар үткәрҙек. Барыһы ла бик ашығыс яһалды”,  тип хәтергә ала һуңыраҡ Земфира.

Йәш талантлы йырсыға “Мәскәүгә” юл башында “Мумий Тролль” продюсеры Леонид Бурлаковҡа демо-кассета биреп ебәргән әхирәте ярҙам итә, һуңынан Леня үҙе Земфираға дебют альбомын яҙҙырыуға бурысҡа аҡса бирә; Илья Лагутенко альбомды оҫта продюсерлай; һәм ОРТ башлығы Константин Львович Эрнст тәүге пластинкаһын рекламалаусы роликтарҙы үҙе тауышландыра.

Ул туғыҙынсы класс өсөн тарих китабында “Рухи лидерҙар” бүлегендә телгә алына. Быға уның реакцияһы: “Хәҙер был уҡыу китабы йөҙөндә тыңлаусыларымда үҙҙәренә оҡшаған музыканы яҡлауҙа өҫтәмә аргумент барлыҡҡа килде”.

Быйыл август айында данлыҡлы Өфө ҡыҙы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты үҙенең 30-сы тыуған көнөн билдәләне. Уны концертһыҙ, “тыныс” ҡына байрам итте. Ул Мәскәүҙә йылға яҡын сығыш яһамай, әммә 2006 йылдың декабрендә “ЗвукиРу” сайтының ун йыллығында “Апельсин” клубында сығыш яһай. Сәсе ҡыҫҡа итеп алынған, ҙур күҙлек – Земфираның хәҙерге йөҙө шундай. Әммә, ғәҙәттәгесә, уның сығышы көтөлгәндәгенән дә шәберәк килеп сыға. Йырсы үҙенең яңы йырын башҡара.

Өфө  уның өсөн һәр ваҡыт иң яратҡан ҡала. Ул ата-әсәһенә йыш ҡайта һәм туғандарына йомарт итеп бүләктәр өләшә.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Музыканттар, актерҙар

 
Башҡортостан 450