Арҙаҡлы шәхестәребеҙМузыканттар, актерҙар

Спиваков Владимир


Бөтә донъяға билдәле дирижер Владимир Теодорович Спиваков 1944 йылдың 12 сентябрендә Өфө ҡалаһында музыкаль ғаиләлә донъяға килә. Әсәһе Екатерина Осиповна – пианист, Ленинград консерваторияһын тамамлаған.

1945 йылда ғаилә Ленинградҡа күсенә, унда алты йәшлек Владимир Ленинград консерваторияһы эргәһендәге ун йыллыҡ музыка мәктәбендә скрипкала уйнарға өйрәнә башлай. Б.Э. Крюгер, Л.М. Сигал, В.И. Шер уның уҡытыусылары була. Ун өс йәшендә үк Владимир Спиваков Ленинградта “Белые ночи” конкурсында беренсе премия ала.

П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Үҙәк мәктәпте тамамлап, 1959 йылда В.Спиваков күренекле профессор Юрий Янкелевич класында консерваторияла уҡыуын дауам итә, бер үк ваҡытта ХХ быуаттың мәшһүр скрипкасыһы Давид Ойстрах класында ирекле тыңлаусы ла була.

1965 йылда В.Спиваков – Парижда Маргарита Лонг һәм Жак Тибо исемендәге Халыҡ-ара конкурста беренсе премия, 1967 йылда – Генуяла (Италия) Паганини конкурсында премия, 1969 йылда – Монреалдә (Канада) Халыҡ-ара конкурста беренсе премия, 1970 йылда Мәскәүҙә П.И.Чайковский исемендәге Халыҡ-ара конкурста икенсе премия яулай.

1975 йылда В.Спиваков Гнесиндар исемендәге Музыка педагогия институтында уҡыта башлай. 1975 йылдан АҠШ-тағы уңышлы яңғыҙ сығышынан һуң уның халыҡ-ара карьераһы башлана. Музыкант мәшһүр дирижерҙар идараһында сығыш яһарға саҡырыуҙар ала, уларҙың күбеһе һуңынан уның дуҫтары булып китә: Лорин Маазель, Клаудио Аббадо, Сейджи Озава, Леонард Бернстайн, Карло Мария Джулини, сэр Георг Шолти, Кирилл Кондрашин, Евгений Светланов, Юрий Темирканов. Владимир Спиваков Ленинград дәүләт филармонияһының Академия симфоник оркестры, СССР-ҙың Дәүләт Академия симфоник оркестры, Берлин, Вена, Лондон и Нью-Йорк филармониялары оркестрҙары кеүек донъяның иң яҡшы симфоник оркестрҙары менән сығыш яһай. Спиваковты өс тапҡыр Герберт фон Караян саҡыра, әммә Дәүләт концерты билдәһеҙ, күрәһең, идеологик сәбәптәр арҡаһында был концерттарға ҡаршы килә.

В.Спиваков дирижер һәм солист сифатында иң яҡшы концерт залдарында Чикаго, Филадельфия, Кливленд, Лондон, Сан-Франциско, Лос-Анджелес, Тулуз, Лилль, Монако, Будапешт симфоник оркестрҙары концерттарында сығыш яһай.

1979 йылда Владимир Спиваков “Мәскәү виртуздары” камера оркестрын ойоштора, унда Рәсәйҙең иң яҡшы оркестрҙары музыканттары берләшә. 1983 йылда оркестр “Мәскәү виртуоздары” СССР Мәҙәниәт министрлығының Дәүләт камера оркестры тигән рәсми исем ала. 20 йылда “Мәскәү виртуоздары” элекке СССР-ҙың бөтә эре ҡалаларында тиерлек, Европала, АҠШ-та, Японияла гастролдәрҙә була.

Йыл һайын маэстро бөтә донъя буйлап 120-ләп концерт бирә. 1989 йылдан Владимир Спиваков халыҡ-ара скрипкасылар конкурстары жюрийы ағзаһы, Испанияла Сарасате исемендәге һуңғы биш конкурс жюрийы рәйесе, Рәсәйҙең “Триумф” Бойондороҡһоҙ фонды даими ағзаһы. 1999 йылда Спиваков Рәсәй милли оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры сифатында эш башлай. Маэстро оркестрҙың таныш репертуарын үҙенсәлекле интерпретациялап, тамашасыла һәм матбуғат вәкилдәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

В.Спиваков – СССР-ҙың халыҡ артисы, СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1989), Бөтә Европа Мюнхен академияһының “Музыка сәнғәте өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн” премияһы лауреты (1981), Почетлы легион ордены кавалеры (Франция, 2000). Халыҡтар дуҫлығы (1994), III дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордендары менән наргадланған. Донъя музыка мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн сит илдәр дәүләт наградалары менән дә бүләкләнгән.

Владимир Спиваков хәйриә эшмәкәрлеге менән дә киң танылыу яулаған. 1994 йылдың майында Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды булдырыла, уның эшмәкәрлеге етем балаларҙың хәлен яҡшыртыуға, ауырыу балаларға ярҙам итеүгә, йәш таланттарҙың ижади һәләтен үҫтереү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.

Һынлы сәнғәт менән мауыға.

Донъя сәнғәтенә индергән өлөшө, тыныслыҡ хаҡына эшмәкәрлеге һәм мәҙәниәттәр араһында аралашыу урынлаштырғаны өсөн ЮНЕСКО донъяһы артисы тип иғлан ителгән.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Музыканттар, актерҙар

 
Башҡортостан 450