Арҙаҡлы шәхестәребеҙМузыканттар, актерҙар

Шевчук Юрий


Шевчук Юрий Юлианович -  шағир, композитор, йырсы, рәссам,  «ДДТ» төркөмө етәксеһе. 1957 йылдың 16 майында донъяға килә. 1970 йылда ғаиләһе менән Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә күсеп килә. Һынлы сәнғәт һәм музыка менән мауыға. Кистәрен йәшерен генә үҙенә гитара әтмәләй. Мәктәп ансамблендә уйнай, дуҫтары йыш ҡына уның йырлауын һорап мөрәжәғәт итә. 

1975 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө педагогия институтының художество-графика факультетына уҡырға инә. Үҙ курсында һәр саҡ иғтибар үҙәгендә була, студенттар театры эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша.

"ДДТ" төркөмөнөң тарихы 1980 йылда Өфөлә башлана. Был ваҡытҡа инде Юрий үҙ йырҙарын башҡарып, «төҙәлмәҫ» бард исеменә эйә була. Төркөм студент кисәләрендә, кинотеатрҙарҙа, мәҙәниәт йорттарында сығыш яһай. Программалар репертуары башлыса Ю. Шевчуктың йырҙарынан тора. Ошо уҡ йылда төркөм Башҡортостандың сәйәси йыр конкурсында еңеү яулай. Өфө телеүҙәгендә, Башҡортостан телевидениеһының тауыш яҙҙырыу студияһында төркөмдөң бөгөн «ДДТ  1» исеме аҫтында билдәле булған тәүге альбомы яҙыла. 1982 йылда «Комсомольская правда» гәзите «Алтын камертон» тип исемләнгән Беренсе демократик Бөтә союз конкурсын иғлан итә. Шевчуктың төркөмө лә үҙ яҙмаһын ебәрә һәм үҙҙәре лә көтмәгәндә тәүге турҙы үтеүҙәре тураһында хәбәр ала.

Коллективтың рәсми исеме тураһында һорау күтәрелә. «ДДТ» исеме шул саҡта барлыҡҡа килә лә инде. Төркөм конкурста лауреат исеменә лайыҡ була. Ошо уҡ ваҡытта йәшерен рәүештә"Свинья на радуге" («ДДТ  2») тип аталған икенсе альбом яҙыла, ул тиҙ арала ил буйлап тарала һәм төркөмгә Башҡортостандан ситтә лә билдәлелек алып килә. 

Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үткән ғауғалы концерттан һуң, Юрий Шевчук һәм урындағы власть араһында мөнәсәбәт киҫкенләшә. Йырсы ҡаланан китергә мәжбүр була һәм Череповец ҡалаһына юл тота. «Рок  сентябрь» төркөмө музыканттары һәм «ДДТ» төркөмө музыканты В. Сигачев өсөнсө альбомды яҙа  ул "Компромисс" («ДДТ  3») тип атала.

1983 йылдың майында «Рок тыныслыҡ өсөн» фестивале сиктәрендә «ДДТ» төркөмө илебеҙҙең төп майҙаны  «Лужники» стадионында сығыш яһай. Концерт үҙәк телевидениеға төшөрөлә, әммә «ДДТ» төркөмөнөң сығышы эфирға сығарылмай.

1984 йылда «Периферия» альбомы сыҡҡандан һуң Юрий Шевчук һәм уның төркөмө тағы ла урындағы власть тарафынан эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Юрийға Өфөнән китеп, Череповец, Свердловск һәм Мәскәү ҡалаларында йәшәргә тура килә.

1985 йылда Юрий Шевчук ғаиләһе менән Ленинградҡа күсеп килә, унда «ДДТ» төркөмөнөң яңы составын төҙөй. Был ваҡытта үҙ быуынының күп кенә вәкилдәре кеүек үк, Юраға урам һепереүсе, кочегар, ҡарауылсы булып эшләргә тура килә, әммә ул йырҙар яҙыуын туҡтатмай. Был ваҡытҡа тиклем «Москва жара» акустик альбомы һәм "Время" магнит альбомы донъя күрә. 1987йылдың яҙында Юрий Шевчук һәм уның төркөмө бишенсе Ленинград рок  фестивалендә яңы программа менән сығыш яһай, һәм, эксперттар баһаһы буйынса, уның төп геройына әүерелә. Артабан Черноголовка һәм Подольск ҡалаларында үткән рок-фестивалдәрҙә сығыштар дауам итә.

1988 йылдың йәйендә төркөм алтынсы Ленинград рок  фестивалендә сығыш яһай һәм ил буйлап  Белоруссиянан Алыҫ Көнсығышҡа тиклем  үҙенең тәүге концерттар турына сыға. Артабан Мелодия фирмаһында «Я получил эту роль» тигән исем аҫтында тәүге рәсми пластинка сыға ( 1988), ә альбомға исем биреүсе йыр совет рок- хәрәкәтенең гимнына әүерелә. Пластинка миллион ярым тираж менән тарала. 90-сы йылдарҙа төркөм концерттар менән сығыш яһай һәм Питер студияларында үҙенең йырҙарын яҙа. Был ваҡыт эсендә «Черный пес Петербург» (1992), «Это все…» (1994), «От и до» (1995), программалары әҙерләнә һәм «Оттепель» (1990), «Пластун» (1991)," Актриса весна (1992)","Это все…" (1994) альбомдары яҙыла.

1994 йылда Санкт  Петербургта Ҡала көнө хөрмәтенә үткән байрамда «ДДТ» төркөмө асыҡ концерт менән сығыш яһай һәм йыйылған тамашасылар һаны буйынса рекорд ҡуя, унда 100 меңгә яҡын кеше килә. Шул уҡ йылда төркөм Берлинда үткән «Белые ночи Санкт  Петербурга» фестивалендә ҡатнаша һәм «Йылдың иң яҡшы төркөмө» булараҡ «Овация» премияһына, ә Юрий Шевчук  «Йылдың иң яҡшы рок йырсыһы» титулына лайыҡ була.

1992 йылда «ДДТ» төркөмө Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып үҙ продукцияһын баҫтырыуҙы контролдә тоторға ҡарар итә һәм үҙ студияһын һәм бойондороҡһоҙ «ДДТ  Рекордс» лейблын булдыра. Был ваҡыт эсендә иллегә яҡын йәш рок  төркөм альбомдарын бушлай яҙҙыра.

1995 йылдың ғинуар айында Юрий Шевчук Чечнялағы хәрби хәрәкәттәр барған районға юл тота, унда Рәсәй һалдаттары һәм Чечня халҡы алдында сығыш яһай. Чечняла булып ҡайтҡандан һуң ул «ДДТ» төркөмө менән бергә генә түгел, автор йыры жанрында акустик соло концерттары менән дә сығыш яһай.

90  сы йылдарҙа төркөм донъя буйлап гастролдәр ойоштора. Венгрия, Франция, Япония, АҠШ, Англия, Германия, Австралия, Канада  һәр урында концерттар ҙур уңыш менән үтә. 1996 йылда Америкала «Любовь» тип исемләнгән яңы альбом донъя күрә.

1998 йыл "Мир номер ноль" программаһы менән ҙур концерт туры һәм диск яҙҙырыу менән хәтерҙә ҡала. Тур барышында, йәғни йыл ярым ваҡыт эсендә, төркөм Рәсәй һәм сит илдәрҙә 150 ҡалала булырға өлгөрә. 1999 йылда «Фонд русской поэзии» нәшриәте Юрий Шевчуктың «Защитники Трои» тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығын баҫтыра.

1999 йылда Юрий Шевчук «Петрополь» художество премияһы лауреаты исеменә лайыҡ була.    2000 йыл  Рәсәй шиғриәте һәм рок  мәҙәниәте үҫешенә индергән өлөшө өсөн Царскосельский «Художество премияһы» лауреаты.    2000  2004 йылдар  «ДДТ» төркөмө Рәсәй ( Мәскәү һәм Санкт- Петербургта), БДБ илдәре ( Белоруссия, Грузия, Украина) һәм тотош ил (Канада, АҠШ, Швейцария, Германия, Израиль, Англия) буйлап гастролдәрҙә йөрөй.

Һуңғы йылдарҙа ла Юрий Шевчук хәрби хәрәкәттәр барған урындарға бара: Чечняла, Тажикстанда ( 1996), Косово (1999, 2000), Афғанстанда ( 2002) була.

С. Сельяновтың «Духов день» ( 1992) һәм И. Мозжухиндың «Вовочка» фильмдарында Юрий Шевчук төп ролдәрҙе башҡара.

"ДДТ" төркөмө хәйриә акциялары һәм концерттарында әүҙем ҡатнаша.

Юрий Шевчук Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалы ( «Ғәҙәттән тыш гуманитар операцияларҙа ҡатнашыусыға») һәм Эске эштәр министрлығының «Көмөш Тәре» билдәһе менән наградланған.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Музыканттар, актерҙар

 
Башҡортостан 450