Арҙаҡлы шәхестәребеҙМузыканттар, актерҙар

Низаметдинов Салауат


Уны республиканан ситтә лә яҡшы беләләр. Салауат Низаметдинов күп һанлы музыкаль әҫәрҙәр авторы булып тора. Салауат Әхмәҙи улына етди сире ижадта бейек үрҙәргә өлгәшеүҙә һис тә ҡамасауламай. Ул бала саҡтан һуҡыр, әммә иҫ киткес ишетеү һәм тойоу һәләтенә эйә. Интуицияһы ярҙам итә.

Салауат Низаметдинов Учалы районының Миндәк ҡасабаһында тыуған. Өфөлә махсуслаштырылған мәктәпте тамамлай, унда тынлы оркестрҙа уйнай. Профессиональ белемде Өфө сәнғәт институтында ала, шунан һуң СССР Композиторҙар союзы ағзалығына ҡабул ителә.

Студент йылдарында уҡ Салауат Прагала Халыҡ-ара конкурста еңеү яулай. “Салауат Юлаев менән һөйләшеү” вокаль симфонияһы Чехословакияла Халыҡ-ара конкурста һәм Мәскәүҙә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең Алтын миҙалы менән билдәләнә.

2006 йылда «Memento» операһы композиторға “Филантроп” халыҡ-ара конкурсының беренсе премияһы лауреаты исеме килтерҙе, ә быйыл ул Дмитрий Шостакович исемендәге Рәсәй Композиторҙар союзы премияһы лауреаты тип танылды.

Салауат Низаметдинов төрлө планлы композитор булыуға ҡарамаҫтан, уға опера яҡыныраҡ. Маэстроның әйтеүенә ҡарағанда, опера өҫтөндә эшләү ҙур хеҙмәт, ваҡыт һәм көс талап итә, әммә һәр секунд һиңә шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерә. Яҡшы шиғыр килтерһәләр, моң үҙенән-үҙе яңғырай, ти композитор.

Әйткәндәй, Салауат Әхмәҙи улы китап уҡырға бик ярата. Детективтарҙан уны айырып алырмын тимә. Шулай уҡ Бунин, Куприн, Гюго, Набоков, Лесков, Лермонтов кеүек авторҙарҙың әҫәрҙәренә битараф түгел.

БР Композиторҙар союзы рәйесе булараҡ, Салауат Низаметдинов тиҙҙән үтәсәк башҡорт композиторҙарының камерный музыка отчет концертында ҡатнашасаҡ.

Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллыҡ юбилейын байрам иткән көндәрҙә Халыҡтар дуҫлығы йортон асыуҙа ҡатнашасаҡ.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Музыканттар, актерҙар

 
Башҡортостан 450