Арҙаҡлы шәхестәребеҙСпортсылар

Баталова Рима


Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1992 й.). 1964 йылдың 1 ғинуарында БАССР-ҙың Шаран районы Саҡты ауылында тыуған. Еңел атлетика буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989 й.). Стәрлетамаҡ физик культура техникумын (1988 й.), Урал физик культура академияһын тамамлаған. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте Өфө уҡытыу  производство предприятиеһының физик культура коллективы (ДСО «Спартак») тәрбиәләнеүсеһе. 1990 йылдан башлап тренер П. З. Буйловта күнекмәләр үтә. СССР, БДБ, Рәсәй йыйылма командалары составында Сеулда (Корея, 1988 й.), Барселонала (Испания, 1992 й.), Атлантала (АҠШ, 1996 й.), Сиднейҙа (Австралия, 2000 й.) үткән Паралимпия уйындарында ҡатнаша һәм 100, 200, 400, 800, 1500, 3000, 5000 метрға йүгереү ярыштарында 13 тапҡыр чемпион исемен яулай. 1992 һәм 1988 йылдарҙағы Паралимпия уйындарында көмөш һәм бронза призер исеменә лайыҡ була. 18 тапҡыр донъя чемпионы, 39 тапҡыр Европа чемпионы, күп тапҡырҙар СССР, Рәсәй, Башҡортостан чемпионы, күреү һәләте буйынса инвалид спортсылар араһында йүгереү ярыштары буйынса 18 тапҡыр донъя рекорды ҡуя.

СССР-ҙың (1981  90 йй.) һәм Рәсәйҙең (1990 йылдан башлап) Паралимпия йыйылма командаһы ағзаһы.

"Шәхси ҡыйыулыҡ өсөн" (1992 й.), дүртенсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» (2002 й.), Почет (1996 й.), «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ( 2000 й.) ордендары, «Башҡортостан Ресубликаһының күренекле спортсыһы» (1994 й.) почет билдәһе, «Фэйр плэй» Рәсәй Олимпия комитеты призы ( «Ғәҙел уйын», 1995 й.) менән наградлана.

Өфө ҡалаһының почетлы гражданы.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Спортсылар

 
Башҡортостан 450