Арҙаҡлы шәхестәребеҙСпортсылар

Ҡадиров Ғабдрахман


Үткән йылдың 27 ғинуарында күренекле спортсы, боҙ өҫтөндә мотоуҙыш буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы титулын яулаусы өфөлө Ғабдрахман Ҡадировтың тыуыуына 65 йыл тулды. Уның рекорд ҡуйыуына 33 йыл, һәм яҡын арала был рекордты ҡабатлауға яҡынлашҡандары ла һиҙелмәй. Бынан тыш, Ғабдрахман Ҡадиров боҙ өҫтөндә мотоуҙыштар буйынса тәүге Европа һәм тәүге донъя чемпионы, Башҡортостан спортсылары араһында тәүге донъя чемпионы һәм, ғөмүмән, еңеүҙәр һаны буйынса беренсе урында тора.

Ғабдрахман Ҡадиров 1941 йылдың сатлама һыуыҡ көнөндә Мәскәү эргәһендәге Шатура ҡалаһында донъяға килә, уның ата-әсәһе был ҡалаға Башҡортостандан комсомол төҙөлөшөндә ҡатнашыу маҡсатында килеп төпләнә. Ғабдрахман Ҡадировтың униккаллеге унда тәбиғәт биргән таланттың әсәһе тәрбиәләгән эшһөйәрлек һәм баҫалҡылыҡ менән үрелеп килеүендә була. Һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа ул әсәһе менән генә йәшәй ( атаһы һуғышта башын һала). Ҡадировтың һалҡын ҡанлылығы, шул уҡ ваҡытта спорт ҡомары уға үҙе менән бер клубта шөғөлләнгән Юрий Чекранов дәғүә иткән тәүге донъя чемпионы титулын алырға мөмкинселек бирә (1966 йыл).

Ғ. Ҡадировтың юғары ышаныслылығы артабанғы донъя финалдарында уны совет командаһында беренсе урынға ҡуя. Был совет осорон ғәйепләү йылдарында хаслыҡ теләүселәргә йыйылма команда тулыһынса Ҡадировтың еңеүе өсөн эшләгәнгә күрә ул рекордтар ҡуя, тип раҫларға мөмкинселек бирә. Әммә ысынбарлыҡ иһә был уйҙырмаларҙы тамырынан кире ҡаға.

Ҡадиров еңеүсе булып танылған барлыҡ донъя финалдарында ул иң беренсе сиратта сит ил уҙышсылары менән осрашыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Ул еңә алмай икән, командалағы башҡа спортсылар ҙа артта ҡала. 1970 һәм 1974 йылдарҙағы донъя чемпионаттары финалы ошоға дәлил, ул ваҡытта алтын миҙалға Чехословакия уҙышсылары Антонин Шваб һәм Милан Шпинке лайыҡ булды. Ә Ҡадировтың «ярҙамсылары» уларҙан бер мәрәй ҙә тартып ала алманы.

Спорт карьераһын тамамлағандан һуң да Ҡадировтың тормошо был йәһәттән артыҡ үҙгәреш кисермәй. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, донъяла иң билдәле мотоуҙышсыларҙың береһе, юғары спорт белеме булған Ҡадиров боҙҙа уҙыштар буйынса СССР йыйылма командаһына ла, СССР-ҙың спидвей буйынса йыйылма командаһына ла, хатта үҙе күп тапҡырҙар еңеү алып килгән «Башҡортостан» командаһына ла баш тренер итеп тәғәйенләнмәй. Даими рәүештә икенсе ролдә булыуҙар Ғабдрахман Ҡадировтың 1982 йылда спорт йүнәлешен ҡалдырып, Башҡорт дәүләт филармонияһына администратор булып урынлашыуға килтерә. Был вазифала уның ҡатыны Нәзифә Ҡадированың башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙона әйләнеүенә ҙур өлөш индереүе шикләнеү тыуҙырмай. Әммә администратор эшмәкәрлегенең уңышлы барыуына булышлыҡ итеүсе киң популярлыҡтың кире яғы ла була. 50 йәшен билдәләү алдынан Ғабдрахман Ҡадиров юҡҡа ғына, минең төп маҡсатым  «пенсия йәшенә етеү», тип белдермәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның көндәре һанаулы ғына ҡала. 1993 йылда, 53 йәшенә лә етмәйенсә, ул Сочиҙа мейеһенә ҡан һауыуҙан вафат була.

Ғ. Ҡадиров Өфөләге Мосолмандар зыяратында ерләнгән. Республика хөкүмәте уның исемен мәңгеләштерә: һуңғы ваҡытта ул йәшәгән йорт (Фрунзе, 1) стенаһында мемориаль таҡтаташ асыла, Өфө урамдарының береһе Ҡадиров исемен йөрөтә. Өс никахтан Ғабдрахман Ҡадировтың өс балаһы  ике улы һәм ҡыҙы ҡала. Ғинуар айында 40 йәшен билдәләгән өлкән улы Артур йәш сағында атаһы эҙҙәренән китергә тырышып ҡарай, мотокросс менән шөғөлләнә, әммә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшә алмай.

Һүҙҙе йомғаҡлап, Ғабдрахман Ҡадиров һәм уның иптәштәренең спорт даны Өфөнөң бөйөк спортсы исемен йөрөтөүсе спорт клубы уҙышсылары тарафынан тергеҙелеүен билдәләргә кәрәк. Уларға Башҡортостан Республикаһы етәкселеге даими ярҙам күрһәтә. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыуын байрам итер алдынан Башҡортостанда спидвей төрөнөң дә тергеҙелеүен теләргә ҡала  Ғ. Ҡадиров һәм республиканың билдәле «Башҡортостан» командаһы спорттың был төрөндә алдынғы урын биләүгә ҙур өлөш индереүен (ун тапҡыр алтын миҙал яуланған) оноторға ярамай. Был республикала мотоспорт абруйының яңырыуына булышлыҡ итер һәм бөйөк яҡташыбыҙҙың иҫтәлеге онотолмауына тағы бер дәлил булыр ине.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Спортсылар

 
Башҡортостан 450