Арҙаҡлы шәхестәребеҙСпортсылар

Куклева Галина


Биатлон буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1998 й.)

1972 йылдың 12 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһында донъяға килә. Республиканың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер В. В. Новожиловтың ҡул аҫтында тәрбиәләнә. Биатлон буйынса СССР-ҙың спорт мастеры ( 1990 й.), Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994 й.).

Төмән дәүләт университетын тамамлаған ( 1998 й.).

Ҡышҡы Олимпия уйындарында 7, 5 километрға йүгереүҙә чемпионка исемен яулай, көмөш (эстафетала, Нагано, Япония, 1998 й.) һәм бронза (эстафетала, Солт-Лейк-Сити, АҠШ, 2002 й.) призеры.

Биатлон буйынса донъя (2000  2001 йй.), Европа (1996 й.) чемпионы. Донъя чемпионатының көмөш (1999 й.), бронза (2000 й.) призеры. Европа чемпионатының эстафетала көмөш (1999 й.), бронза (2000 й.) призеры. 12, 5 километрға ярышта донъя чемпионатының көмөш призеры (2000 й.), 7,5 километрға ярышта Европа чемпионатның бронза призеры (1996 й.). Донъя чемпионы (1990 й.), донъя чемпионатының бронза призеры (1992 й.), Европа чемпионатының көмөш призеры (1991 й.). Донъя Кубогы этаптары еңеүсеһе (1996  2000, 2002  2003 йй.), көмөш (1996, 2000, 2002  2003 йй.) һәм бронза призеры (1993  94, 1996  99, 2002 йй.). Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (1996 й.).

Йәйге биатлон буйынса Рәсәй чемпионы (1997 й.).

СССР (1990 йылдан башлап) һәм Рәсәй (1993 йылдан башлап, тренеры  Л. Гурьев) милли йыйылма командаһы ағзаһы.

Почет ордены, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградланған (1998 й.).

Ишембай ҡалаһының почетлы гражданы.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Спортсылар

 
Башҡортостан 450