Арҙаҡлы шәхестәребеҙСпортсылар

Мор Сергей


Мор Сергей 1969 йылдың 2 июлендә Ҡаҙағстандың Караганда өлкәһе Каркаралинск ҡалаһында тыуған. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Ҡаҙағстандың спорт мастеры (1992), пауэрлифтинг буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994).

Рәсәйҙең спорт мастеры, пауэрлифтинг буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1997).

Сарань ҡалаһында «Зурбаган» спорт клубында тәрбиәләнгән (уның беренсе тренеры  Г. Л. Борисов).

1997 йылдан алып БР Юғары спорт оҫталығы мәктәбе, «Ирбис» спорт клубы, Рәсәйҙең спорт-күнекмәләр үҙәге данын яҡлай (тренерҙары  Б. И. Шейко һәм А. А. Ефимов).

1997-1998, 2000-2001 йылдарҙа донъя чемпионы, 1999-2001 йылдарҙа Европа чемпионы, Азия чемпионы (1996), Рәсәй чемпионы (1998-2001, 2003),Ҡаҙағстан чемпионы (1995-1996). Донъя чемпионатының көмөш призеры (1999 йыл), штанга күтәреүҙә (1998 йыл), донъя чемпионатының бронза призеры (абсолют категорияла, 2000 йыл), Европа чемпионатының бронза призеры, 1994-1996 йылдарҙа Ҡаҙағстан кубогын, 1997-2000 йылдарҙа Рәсәй кубогын яуланы, Рәсәй кубогының көмөш призеры (2003 йыл).

Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәр чемпионы (2000 йыл), студенттар араһында донъя чемпионы (2003 йыл).

Ятҡан килеш штанга күтәреүҙә Европа рекордсмены, 82,5 килограмм ауырлыҡ категорияһында 22 тапҡыр Рәсәй рекордсмены. Һуңғы ҡаҙаныштары: ятҡан килеш штанга күтәреү  225 килограмм, сүгеүҙә  330 кг., өс төр ярыш суммаһында  870 кг. (2000 йыл).

Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1997 йылдан).

1997 йылда «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» билдәһе менән наградланған.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Спортсылар

 
Башҡортостан 450