Арҙаҡлы шәхестәребеҙСпортсылар

Мөслимов Павел


Биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.

Павел Мөслимов 1967 йылдың 15 июнендә Өфөлә тыуған. Биатлон һәм саңғы ярышы буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1987 йыл), Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994).

Ул 1997 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетын, 2000 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

Н.Гастелло исемендәге өфө спорт клубында тәрбиәләнә (тренеры  П.К.Ямалиев).

1998 йылда Наганола уҙған Ҡышҡы олимпия уйындарында ҡатнаша, бронза миҙал яулай. Донъя чемпионатында көмөш призер (1996), эстафетала донъя кубогын яулай (1994), донъя чемпионатында 20 километрға уҙышта көмөш миҙал менән бүләкләнә (1995), Бөтә донъя ҡышҡы универсиадаһында ике тапҡыр чемпион була (1994).

Европа чемпионатында көмөш (1998) һәм бронза (2000) миҙал менән наградлана.

"Төньяҡ байрамы" халыҡ-ара ярыштарында еңеү яулай (1993), ике тапҡыр призер (1994), өс тапҡыр (1993-1994) миҙал яулай, СССР чемпионатында 25 километр уҙышта бронза миҙал ала, Донъя кубогы этаптарында еңә (1996-1997) һәм наградлана (1996-1998).

Биатлон буйынса Рәсәй чемпионатында биш тапҡыр көмөш (1992,1995, 2000-2001), өс тапҡыр бронза (1994,2001) миҙал яулай, Рәсәй кубогына ярышта көмөш призер (1999).

СССР (1991), БДБ (1992), Рәсәй (1993-2000) йыйылма командаһы ағзаһы. 1997-2000 йылдарҙа Рәсәй һалым полицияһы федераль хеҙмәтенең БР буйынса идараһын физик яҡлау хеҙмәте белгесе, 2001 йылдан  «Динамо» балалар-спорт йәмғиәте бүлексәһе начальнигы, 2001 йылдан  «Биатлон» спорткомплексы директоры.

Павел Мөслимов II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары» өсөн ордены миҙалы (1998), «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» (2001), «Башҡортостан Республикаһының танылған спортсыһы» (1994) тигән почет билдәләре менән наградланған.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Спортсылар

 
Башҡортостан 450