Арҙаҡлы шәхестәребеҙСпортсылар

Плеханов Игорь


Мотоспорт буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры. 1933 йылдың 26 июлендә Өфөлә тыуған. Мотоуҙыш буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1959), СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1965). 1969 йылда П.Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград дәүләт физик культура институтын тамамлай. 1964-1965 йылдарҙа донъя чемпионатында шәхси иҫәптә көмөш, Европа чемпионатында (1961, 1967) бронза миҙалға лайыҡ була. СССР халыҡтары Спартакиадаһы чемпионы (1965), 1967 йылда СССР халыҡтары Спартакиадаһында көмөш миҙал ала. СССР чемпионы (1960-1961, 1963, 1965, 1968), СССР чемпионатында (1959, 1962, 1964, 1967) көмөш миҙал менән бүләкләнә, РСФСР чемпионы (1960-1962). Өфөнөң «Башкирия» клубы составы командаһында СССР чемпионы (1962, 1964, 1967-1969), РСФСР йыйылма командаһы составында СССР халыҡтары Спартакиадаһы чемпионы (1965, 1967). «Чехословакияның алтын шлемы»на (Пардубица ҡалаһы, 1964, 1966), Грац йәрминкәһендә Ҙур кубокка (Австрия, 1964), Штирия ере кубогына эйә була (Австрия, 1964). Шәхси донъя чемпионатында алты тапҡыр финалға сыға. Донъя чемпионатында СССР уҙышсылары араһында шәхси иҫәптә берҙән-бер миҙал яулаусы була. 1961 йылда донъя чемпионатында совет уҙышсылары араһынан беренсе булып финалға сыға. Донъя беренселеге уҙыштарында һигеҙ илдә (19 трек) сығыш яһай, йәмғеһе  130-ҙан ашыу трек, ун тректа рекорд ҡуя. Башавтомотоклуб инструкторы (1955), мотоциклда уҙыш буйынса тренер (1960-1969), ДОСААФ уҡытыусыһы (1963-1973). Спидвей буйынса СССР йыйылма командаһы тренеры (1970-1972). 2004 йылда Игорь Плеханов «Халыҡтар дуҫлығы» БР ордены, БАССР Юғары Советы Президиумы Почет грамотаһы (1959, 1968) һәм 1993 йылда «Башҡортостан Республикаһының танылған спортсыһы» почет билдәһе менән наградланған.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Спортсылар

 
Башҡортостан 450