Арҙаҡлы шәхестәребеҙСпортсылар

Помыкалов Илдар


Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2000 йыл).

1971 йылдың 9 июлендә Өфөлә тыуған. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993).

Юғары спорт мәктәбе оҫталығы данын яҡлай (тренеры  П.З. Буйлов).

Сиднейҙа уҙған Паралимпия уйындары марафонында чемпион (Австрия, 2000), Атланталағы Паралимпия уйындарында 5000 метрға йүгереүҙә бронза миҙал яулай (АҠШ, 1996).

Бөтә донъя инвалидтар уйындарында 10000 метрға йүгереүҙә чемпион исеменә лайыҡ була, 5000 метрға  көмөш призер. 1998, 2002, 2003 йылдарҙа марафонда  донъя чемпионы, донъя чемпионатында бронза миҙал яулай (1994), 1999 һәм 2001 йылдарҙа Европа чемпионы, Европа чемпионатында бронза миҙал менән бүләкләнә (2003).

Донъя чемпионатында көмөш призер (1994 йыл, 5000 метрға йүгереү), 1500, 5000 һәм 10000 метрға йүгереүҙә дүрт тапҡыр Европа чемпионатында көмөш миҙалға лайыҡ була (1993,1995), өс тапҡыр бронза миҙал менән бүләкләнә (1999, 2001), 800, 1500 һәм 5000 метрға йүгереүҙә күп тапҡырҙар Рәсәй чемпионы исемен яулай.

Рәсәй Паралимпия йыйылма командаһы ағзаһы (1993 йылдан).

Илдар Помыкалов Дуҫлыҡ ордены (2002), «Халыҡтар дуҫлығы» Башҡортостан Республикаһы ордены (2002) һәм «Башҡортостан Республикаһының танылған спортсыһы» почет билдәһе (1997) менән наградланған.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Спортсылар

 
Башҡортостан 450