Арҙаҡлы шәхестәребеҙСпортсылар

Самородов Борис


Мотоциклда уҙыш буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965)

Борис Самородов 1931 йылдың 26 сентябрендә Рыбинск ҡалаһында тыуған.

Мотоуҙыш буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1965).

1975 йылда Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлаған.

Башавтомотоклубында тәрбиәләнгән.

Боҙҙа мотоуҙышта донъя (1967), Европа (1965), СССР (1961-1963, 1967),РСФСР (1961-1965) чемпионы, донъя чемпионатында көмөш (1973) һәм бронза (1968) миҙал яулай, СССР чемпионатында бронза (1965, 1969) миҙал менән бүләкләнә.

Боҙҙа мотоциклда уҙыш буйынса СССР чемпионы (1959, 1961-1962), РСФСР чемпионы (1959), РСФСР чемпионатында көмөш призер (1962).

СССР чемпионы (1962, 1964), СССР чемпионатында көмөш (1963, 1966) һәм бронза (1960) миҙал ала, РСФСР чемпионатында (1960-1961) көмөш призер, СССР халыҡтары Спартакиадаһында (1961) һәм команда иҫәбендә (1967) чемпион, СССР чемпионы (1962, 1964, 1967-1969), СССР чемпионатында спидвей буйынса командалар ярышында көмөш призер (1963).

1964 һәм 1966 йылдарҙа «Чехословакияның алтын шлемы» призына халыҡ-ара ярышта бронза миҙал яуланы.

СССР чемпионатында ипподромда уҙыштар буйынса көмөш миҙал ала (1975).

СССР халыҡтары Спартакиадаһында чемпион (1958), РСФСР чемпионатында көмөш призер (1957-1958).

Мотоциклда уҙыш буйынса «Башкирия» (1975-1978), СССР йыйылма (1970-1973, 1975), Рәсәй йыйылма (2001) командаларында тренер булып эшләй. Ҡадиров исемендәге спорт клубында «Башҡортостан» (200-2001), 2002 йылдан «Горняк» (Учалы) командалары тренеры.

Борис Самородов 2004 йылда «Халыҡтар дуҫлығы» БР ордены, БАССР Юғары Советы Президиумы почет грамотаһы (1959) һәм 2002 йылда «Башҡортостан Республикаһының танылған спортсыһы» почет билдәһе менән наградланған.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Спортсылар

 
Башҡортостан 450