Арҙаҡлы шәхестәребеҙСпортсылар

Селиверстов Алексей


Бобслей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2003 йыл)

Алексей Селиверстов 1976 йылда Өфөлә тыуған. Бобслей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001).

Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә тәрбиәләнгән (1995 йылдан). Тренеры  Р.Ш.Фәйезов.

Бобслей буйынса донъя чемпионатында (2003), Донъя кубогы этабында бронза миҙал яулай (2003), дүрт урынлы экипажда Рәсәй чемпионы (1997, 1998, 2001, 2003), ике урынлы экипаж һәм дүрт урынлы экипажда көмөш миҙал яулай (2002).

Донъя чемпионатында көмөш (дүрт урынлы, 2003 йыл) һәм бронза (дүрт урынлы, 2001 йыл һәм ике урынлы, 2003) миҙал менән бүләкләнә. 2001, 2003 йылдарҙа Рәсәй чемпионы, көмөш (дүрт урынлы, 2000 йылда; ике урынлы экипажда, 2002, 2003), бронза (ике урынлы, 2000 йыл, дүрт урынлы, 2002 йыл) миҙал яулай.

Үҫмерҙәр араһында бобслей буйынса донъя чемпионатында көмөш (2001), Рәсәй чемпионатында бронза миҙал менән наградлана (2002).

Наганола (1998) һәм Солт-Лейк-Ситиҙа уҙған Ҡышҡы олимпия уйындарында ҡатнаша (2002).

Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы (1997 йылдан).

Алексей Селиверстов Башҡортостан Республикаһының Почет Грамотаһы (1998) һәм «Башҡортостан Республикаһының танылған спортсыһы» почет билдәһе (2004) менән наградланған.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Спортсылар

 
Башҡортостан 450