Арҙаҡлы шәхестәребеҙСпортсылар

Старостин Михаил


Мотоциклда уҙыш буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2002).

Михаил Старостин 1955 йылдың 24 февралендә Октябрьский ҡалаһында тыуған.

Мотоциклда уҙыш буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1976).

Октябрьский ҡалаһында ДОСААФ мотосекцияһында тәрбиәләнә (тренеры  М.И. Ворсин).

СССР чемпионы (1979-1981, 1983, 1990), СССР халыҡтары Спартакиадаһы чемпионы (1979, 1983), РСФСР чемпионы (1975, 1981, 1985-1987, 1990-1991), РСФСР халыҡтары Спартакиадаһы чемпионы (1975, 1986, 1990), СССР чемпионатында көмөш (1982, 1987) һәм бронза (1977-1978, 1984, 1991) миҙал яулай, Рәсәй чемпионатында көмөш призер (1976, 1982, 1988-1989, 1997-1998, 2000), БДБ чемпионатында бронза миҙал ала (1992), СССР халыҡтары Спартакиадаһында көмөш миҙалға лайыҡ була (1986), 1988 йылда СССР кубогына, 1976 йылда «Австрияның алтын шлемы»на эйә була. Донъя чемпионатында шәхси иҫәптә биш тапҡыр финалға сыға.

Донъя чемпионатында көмөш (1975), Европа чемпионатында (2000-2001) көмөш һәм бронза (1998) миҙал ала. СССР чемпионы (1979, 1981-1983, 1988), СССР халыҡтары Спартакиадаһы чемпионы (1979, 1983, 1986), Рәсәй чемпионы (1993, 1997, 1999, 2000). СССР чемпионатында көмөш (1975-1976, 1980, 1984) һәм бронза (1974, 1977-1978, 1985, 1989) миҙал менән бүләкләнә. РСФСР халыҡтары Спартакиадаһында көмөш (1975, 1986) һәм бронза миҙал ала (1990).

Спидвей буйынса үҫмерҙәр араһында СССР чемпионы (1974).

"Нефтсе" (Октябрьский ҡалаһы, 1972), «Башкирия» (Өфө, 1973-1996), «Лукойл» (Октябрьский, 1997-2002) командалары өсөн сығыш яһаны.

"Лукойл" клубы өлкән тренеры (2002 йылдан).

Михаил Старостин БАССР Юғары Советы Почет грамотаһы (1976), Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2001) һәм 1997 йылда «Башҡортостан Республикаһының танылған спортсыһы» почет билдәһе менән наградланған.

Октябрьский ҡалаһының почетлы гражданины.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Спортсылар

 
Башҡортостан 450