Фомичев Константин
Каноэла ишеү буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.
Константин Фомичев 1977 йылдың 30 авгусында Благовар районында тыуған.
Каноэла ишеү буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1995 йыл), Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
Каноэла һәм байдаркала ишеү буйынса Республика балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тәрбиәләнгән (тренерҙар Надежда Александровна һәм Николай Алексеевич Поповтар).
Башҡортостандың Юғары спорт оҫталығы мәктәбе һәм Рәсәй Хәрби-һауа көстәре спорт-күнекмә үҙәге данын яҡлай.
2000 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай.
Яңғыҙ, парлы һәм дүрт ишкәкле каноэла сығыш яһай.
Дүрт тапҡыр донъя чемпионы (1999). Донъя чемпионатында (1997-1998, 2002) көмөш һәм бронза (1998, 2001) миҙалға лайыҡ була. 1999 һәм 2001 йылдарҙа Европа чемпионы исемен яулай. Европа чемпионатында көмөш (2002) һәм бронза (1999, 2002) миҙал менән наградлана. Дүрт тапҡыр Донъя кубогын (1998-1999), егерме тапҡыр Рәсәй кубогын (1998-1999, 2001-2003) яулай.
Донъя кубогы этабында көмөш (1998, 2002) һәм бронза (2002) миҙал яулай. Рәсәй кубогы ярышында көмөш (1998) һәм бронза (1998, 2003) миҙал алыуға ирешә. Ир-егеттәр араһында Рәсәй чемпионатында егерме ике тапҡыр чемпион исеменә (1996-1999, 2001, 2002), ун тапҡыр көмөш (1997-1998, 2000, 2002) һәм ун бер тапҡыр бронза (1995 2001) миҙалға лайыҡ була.
Донъя чемпионатында хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында ике тапҡыр көмөш һәм бронза миҙал менән бүләкләнә (1997). Донъя чемпионатында студенттар араһында ике тапҡыр көмөш һәм бронза миҙал ала.
Үҫмерҙәр араһында донъя (1995) һәм Рәсәй (1993-1994) чемпионы.
Рәсәйҙең үҫмерҙәр (1994-1995) һәм милли йыйылма командаһы (1995 йылдан) ағзаһы.
Константин Фомичев 1997 йылда «Башҡортостан Республикаһының танылған спортсыһы» почет билдәһе менән наградланған.
|
|
Спортсылар |