Чудов Максим
Халыҡ-ара класлы спорт мастеры Максим Чудов 1982 йылдың 12 ноябрендә Өфө районының Михайловка ауылында тыуған. Михайловканың 13-сө урта мәктәбендә уҡый, һәм бында Любовь Петровна менән Валерий Васильевич Ковалевтарҙа саңғы спорты менән шөғөлләнә башлай. 1998 йылда Өфө механика-технология колледжына уҡырға инә. Параллель рәүештә биатлон менән етди шөғөлләнә башлай. Уның тренеры Виктор Никитин була һәм бөгөн дә ул. 2002 йылда Чудов колледжды тамамлап, аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт ҡорамалдары механигы специальносына эйә була.
Максим Чудовтың беренсе пьедесталы – Екатеринбургта Анатолий Стрепетов иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй ярыштарында икенсе урын (үҫмерҙәр). Үҫмер спортсылар араһында бер нисә тапҡыр Рәсәй чемпионы.
2001/2002 йыл миҙгеле Максим өсөн тәүге етди еңеүҙәр менән билдәле була. Ул Финляндияла Европа чемпионатында ике алтын миҙал яулай һәм Италияның Риднау ҡалаһында эҙәрлекләү уҙышында донъя чемпионатының көмөш призеры була.
Киләһе йылына уҡ Польшала Чудов үҫмер спортсылар араһында ике тапҡыр – эҙәрлекләү уҙышында һәм эстафетала – донъя чемпионы булыуға ирешә. Спринтта ул өсөнсө һөҙөмтә күрһәтә.
2003 йылда Максим Чудов Ханты-Мансийск ҡалаһында Рәсәй чемпионатында еңә һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры разрядын үтәй. Шул уҡ йылды Өфө егете Рәсәй йыйылма командаһы составына инә. Ә 2005 йылдан Донъя кубогында сығыш яһай башлай. Тап шул саҡта Максим, донъя биатлоны элитаһына ҡапыл килеп ингәс, “рус ракетаһы” ҡушаматы ала.
Донъя кубогында тәүге миҙгелен Өфө егете 13-сө урында тамамлай. Ярыштар дебютанты Рәсәй спортсылары араһында иң яҡшыһы була.
2006 йылдың сентябрендә Максим Чудов үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр Олимпиада уйындарына бара. Италияла ул өс уҙышта ҡатнаша – спринтта 10-сы, эҙәрлекләү уҙышында 9-сы, масс-стартта 15-се була.
Ошо уҡ йылдың сентябрендә Өфөлә тәүге тапҡыр йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты үткәрелә. Был ваҡиғаға ойоштороусылар ғына түгел, Максим үҙе лә етди ҡарай. Һәм бына “рус ракетаһы”, саңғы-роллерҙа спринтта һәм эҙәрлекләү уҙышында еңеп, ике тапҡыр донъя чемпионы була.
Италияла Антхольц-Антерсельва ерендә үткәрелгән 2007 йылғы донъя чемпионатында Максим Чудов үҙ ғүмерендә тәүге өлкән миҙалдарын яулай. Эҙәрлекләү уҙышында легендар норвег Оле Эйнар Бьорндалендан ғына ҡалышып, көмөш призер була. Эстафета уҙышында инде алтын миҙалға эйә була.
Максим Чудов – йәш, өмөтлө спортсы, киләсәктә уның яулайһы наградалары, һис шикһеҙ, күп.
|
|
Спортсылар |