Арҙаҡлы шәхестәребеҙСпортсылар

Яковлев Михаил


Дзюдо буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2002 йыл).

Михаил Яковлев 1952 йылдың 25 мартында Шишмә районында тыуған.

Күреү буйынса «Нур» спорт-реабилитация инвалидтар үҙәге данын яҡлай (тренерҙар  В.А.Пегов һәм С.А.Тарасов).

Дзюдо буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1992).

Дзюдо буйынса Паралимпия уйындарында бронза миҙал яулай (Испания,1992), 2001 йылда Донъя кубогын яулауға ирешә, 1991, 2001 йылдарҙа Европа чемпионы, инвалидтарҙың Бөтә донъя уйындарында командала чемпион (2003), 1990 йылда көмөш миҙал ала, 1995 йылда донъя чемпионатында көмөш призер, Европа чемпионатында абсолют ауырлыҡ категорияһында көмөш миҙал яулай (1991), 1995 һәм 1997 йылдарҙа Европа кубогын яулауҙа көмөш миҙалға лайыҡ була, Европа чемпионаты (1995), «Олимпия алды аҙналығы» халыҡ-ара ярышында бронза миҙал алыуға ирешә (Франция, 1999). Күреү буйынса инвалидтар араһында грек-рим көрәше буйынса өс тапҡыр СССР чемпионы, ун ете тапҡыр РСФСР чемпионы.

Михаил Яковлев Паралимпия уйындарында (1996 йыл, АҠШ һәм Сидней, 2000) ҡатнаша.

СССР (1990-1991), БДБ (1992) һәм Рәсәй (1993 йылдан) Паралимпия йыйылма командаһы ағзаһы.

Михаил Яковлев Рәсәйҙең Олимпия комитеты һәм «Фэйр Плэй» комитеты дипломы («Ысын уйын», 2001) һәм «Башҡортостан Республикаһының танылған спортсыһы» почет билдәһе (2001) менән наградланған.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Спортсылар

 
Башҡортостан 450