Арҙаҡлы шәхестәребеҙСпортсылар

Елисеев Сергей


Ауыр атлетика буйынса беренсе донъя чемпионы, ғөмүмән, урыҫтарҙың беренсе донъя чемпионы Сергей Елисеев бынан 130 йыл элек Өфөлә тыуған. Күп мәҡәләләр һәм китаптар, Халыҡ-ара ауыр атлетика федерацияһы шулай тип раҫлай.

Әммә Елисеевтың биографияһы, уның спорт батырлығының асылы хатта күп яҡташтарына ла билдәле түгел. Ә бит бындай кешене бөтә рәсәйҙәр хөрмәт итергә тейеш. Ул Иван Поддубный менән бер рәттән милли герой булырға тейеш, хәйер, Поддубныйҙы ла хәҙер онотоп бөтөп баралар инде,

Кем һуң ул Сергей Елисеев һәм ул нисек донъя чемпионы булған?

1996 йылда донъя күргән "Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия"ла «Елисеев Сергей Иванович (1876, Өфө- 1939, Томск), спортсы. Урыҫтарҙың тәүге донъя чемпионы (1899/,

профессионалдар араһында ауыр атлетика буйынса донъя чемпионатының көмөш призеры (1903/…» тип кенә яҙылған.

Сергей Елисеевтың донъя чемпионы булыу факты хәҙер генә бәхәсһеҙ, ә бер нисә тиҫтә йыл элек кенә уның донъя чемпионы титулының рәсми булмауы хаҡында һүҙ бара ине,

1899 йылдың 4-5 апрелендә үткән Милан турнирында Европаның өс иленән биш атлет ҡатнаша. Бында Елисеев еңеү яулай, әммә унда Георг Гаккеншмидт кеүек бәһлеүәндәр ҡатнашмай, шуға күрә лә күптәр уны донъя чемпионатына тиңләмәй. Танылған спорт тарихсыһы, яҡташыбыҙ Иосиф Дизенко үҙенең «Атлет» ҡушаматы аҫтында" тигән брошюраһында;

"Миланға килгән атлеттар араһында Рәсәйҙең төпкөл провинцияларының береһенән килгән рус Сергей Елисеевайырылып тора. Боронғо Эллада скульпторҙары кеше тәненең ғәжәйеп гармонияһын һәм һомғоллоғон һүрәтләгән үлемһеҙ әҫәрҙәрен Елисеев кеүек егеткә ҡарап төшөргәндәрҙер, тигән тәьҫир ҡала", - тип яҙылған.

Март айында «Спорт» журналы: «…Күптән түгел баш ҡаланың спорт йәмәғәтселеге һәм күп һанлы спорт яратыусыларМиландағы гер күтәреү буйынса донъя чемпионатынан әйләнеп ҡайтҡан рус атлеты Елисеевты хөрмәтләне, Рәсәйҙең лайыҡлы вәкиле, донъяның иң көслө атлеттары менән ныҡышмалы көрәштә беренсе урын яуланы һәм шулай итеп урыҫтарҙың беренсе донъя чемпионы булды», - тип яҙа.

Тарих белгесе һәм ауыр атлетика статисы Михаил Аптекарь, билдәле штангист һәм яҙыусы, 60-сы йылдар башындағы «донъялағы иң көслө кеше» Юрий Власов үҙ яҙмаларында яҡташыбыҙ Сергей Елисеевты «урыҫтарҙың тәүге донъя чемпионы» булмаған тип раҫлай.

И. Дизенконың китабынан Сергей Елисеевтың тормошон бер аҙ күҙ алдына килтерергә мөмкин. Ул ысынлап та бик яҡшы кеше һәм танылған атлет була. Миландағы ярыштар алдынан ул Петербургҡа күсеп киткән була. Әммә Миланда еңеп ҡайтҡандан һуң ул Өфөгә әйләнеп ҡайта һәм ҡайтанан тимер юл оҫтаханаларында эшләй башлай. Ә һуңынан революцион подполье ҡушыуы буйынса циркка эшкә күсә. Боевик Сергей Елисеевты полиция күҙ уңынан ысҡындырмай, хыянатсы һәм провокатор В. Соколовскийҙы үлтереүҙе уға япһарып, уны 20 йылға Себергә оҙата. 1917 йылда иреккә сыҡҡас, Төмәнгә күсә, ә 1922 йылдан Томскиҙа йәшәй башлай. Елисеевты белгән кешеләрҙең раҫлауынса, ул элеккесә яҡшы спортсы формаһын юғалтай, эсмәй, тартмай. Эшләй, йәмәғәт башланғысында йәштәрҙе спортҡа ылыҡтыра.

Беҙҙә кешеләр титул һәм исемдәрҙе ярата, Әгәр һин Олимпиада уйындары чемпионы икәнһең, тимәк һин бөйөкһөң, әгәр донъя чемпионы икәнһең  улай уҡ бөйөк түгел, ә Рәсәй чемпионы ғына икән  ғөмүмән, кеше түгел. Сергей Елисеевтың 1899 йылда иң абруйлы халыҡ-ара турнирҙа еңеүсе булыуы бәләкәй ҡаҙанышмы ни, уны Халыҡ-ара ауыр атлетика федерацияһы һуңынан рәсми донъя чемпионаттары менән бер рәткә ҡуя.

Беҙ, беренсе донъя чемпиондары булмаһа ла, Салауат Юлаев менән Юрий Гагаринды хөрмәт итәбеҙ бит. Сергей Елисеев та үҙ осороноң иң танылған донъя атлеттарының береһе булып тора. Беренсе булып Зур спорт донъяһына ҡыйыу атлаған һәм уның бейеклектәренә өлгәшкән яҡташыбыҙ булараҡ та ул беҙҙең өсөн мөһим. Ул иң яҡшы спортсы һәм кешелек сифаттарын үҙендә берләштергән. Елисеев  ысынлап та "Башҡортостандың танылған спортсылары" араһында беренсе.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Спортсылар

 
Башҡортостан 450