Арҙаҡлы шәхестәребеҙСпортсылар

Шобухова Лилиә


Еңел атлетика буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Лилиә Булат ҡыҙы Шобухова 1977 йылдың 13 ноябрендә Башҡортостандың Белорет ҡалаһында тыуған. Йүгереү менән 19 йыл шөғөлләнә. Тренерҙары  Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерҙары Евгений һәм Татьяна Сенченко. Шобухованың юғары спорт ҡаҙанышы  ябыҡ бинала өс мең метрға йүгереүҙә донъя рекорды (Мәскәүҙә 2006 йылдың 17 февралендә), 2006 йылдың мартында Мәскәүҙә ябыҡ бинала еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында көмөш миҙал яулай.

- Мин үҙ ҡаҙанышыма 19 йыл килдем,  тип иҫәпләй Белорет ҡыҙы Лилиә Шобухова.

Рекордсмендың кәңәшсе-тәрбиәселәренең береһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Евгений Сенченко иҫәпләүенсә, бындай ҡаҙаныштар  еңел атлетика тарихында ысын ваҡиға. Хәҙер кешелек шундай әҙерлек кимәленә етте  аренала көрәш секундтың йөҙҙән бер өлөшө, бейеклек миллиметры, балдың мендән бер өлөшө өсөн алып барыла. Мәҫәлән, Шобухова Мәскәүҙә Рәсәй чемпионатында өлгәшкән ҡаҙаныш

Эфиопия вәкиле Б. Адераныҡы ине һәм дүрт йыл шулай килде, Лилиә уны ике секундҡа тиерлек яҡшыртты (8 минут29,15 секунд ине 8 минут 27,86 секунд булды), һәм уны яҡшыртыу өсөн бик күп ваҡыт кәрәк булыуы ихтимал. Һәр хәлдә, күптән түгел Лилиә көмөш миҙал яулаған еңел атлетикабуйынса донъя чемпионатында ҡатнашыусыларҙың береһе лә уның рекордын ҡабатлай йәки уҙҙыра алманы.

Зур спортҡа Лилиә осраҡлы ғына килеп эләгә. Белореттың 14-се мәктәбендә өсөнсө класта уҡыған сағында физкультура уҡытыусыһы Евгений Сенченко еңел атлетика секцияһына яҙылыу иғлан итә. Ул саҡта, Шобухова әйтеүенсә, бөтә класс тиерлек яҙыла. 19 йылдан һуң спортта икәү генә ҡала; ул һәм бер нисә тапҡыр чемпион һәм күп һанлы чемпионаттар призеры, ике тапҡыр Олимпиада уйындарында ҡатнашыусы Галина Богомолова.

Лилиә юғары ҡаҙанышҡа өлгәшеү хаҡында хыялланғанмы һуң? Мәскәүҙә 17 февралдәге старт алдынан бындай бейеклекте алыу тураһында һүҙ ҙә булмай.

- Миңә донъя чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғын яулау өсөняҡшы йүгерергә генә кәрәк ине,  ти спортсы. Ул уңыш нигеҙен тренерҙары  ирле-ҡатынлы Сенченколар менән бергә эшләүендә күрә. Ныҡышмалы эҙләнеүҙәр һәм даими күнекмәләр һөҙөмтәһендә уңыш килә. Миҙгелгә һәм һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, аҙнаһына 13 күнекмә. Айына Лилиә 850-900 километр йүгерә. Бынан тыш, мускулдарҙы үҫтереүгә, йөрәк эшләүен нығытыуға, тын алышын көйләүгә ярҙам итеүсе махсус күнекмәләр ҙә бар.

- Йыл буйына минең өйҙә торған ваҡытым саҡ ҡына айҙан артып китәлер. Туҡтауһыҙ сборҙар, күнекмәләр, илдең һәм донъяның төрлө мөйөштәрендә ярыштар. Шуға күрә ғаиләмдебигерәк тә ике йәш ярымлыҡ ҡына ҡыҙым Аняны, ғаилә мәшәҡәттәренең төп өлөшөн үҙ иңенә алған ирем Игорҙы, туғандарымды һәм яҡындарымды бик һағынам, - ти Лилиә,

Алда Японияла ярыштар һәм Гетеборгта үтәсәк еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты тора.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Спортсылар

 
Башҡортостан 450