Арҙаҡлы шәхестәребеҙСпортсылар

Танһыҡҡужина Тамара


Әгәр ир-егеттәрҙән кем дә булһа ҡатын-ҡыҙҙарҙың аҡыл һәләтенә шикләнеү белдерһә, мин уға бер мөләйем ханым менән бер бик интеллектуаль уйын   халыҡ-ара шашка уйнап ҡарарға тәҡдим итер инем. Хатта әгәр һеҙ был төрҙә гроссмейстер булһағыҙ ҙа, еңел генә еңеү көтмәгеҙ. Аңлауығыҙса, һүҙ республикабыҙ ғорурлығы, көслө рухлы һәм аҡыллы ҡатындарҙың береһе  халыҡ-ара шашка буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина хаҡында бара.

Танһыҡҡужина Тамара Михайловна 1978 йылдың 11 декабрендә тыуған. Шашка менән Татарстанда йәшәгән сағында һигеҙ йәшенән шөғөлләнә башлай.

1994 йылдың сентябренән Ишембайҙың 2-се Республика башҡорт гимназия-интернатына уҡырға инә, яҡшы уҡыу менән бер рәттән Ишембай балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Юрий Черток етәкселегендәге шашка буйынса спорт секцияһында шөғөлләнә. Тап ошо кеше Тамараның һәләтен асыҡлай, уны ҙур спортсы итеп үҫтерә.

Гимназия-интернатты тамамлағас, Тамара Таһыҡҡужина 1996 йылдың сентябрендә Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә һәм 2001 йылдың майында тарих уҡытыусыһы специальносы буйынса уңышлы тамамлай, 2002 йылдан Танһыҡҡужина  «Башнефть» шашка клубының профессиональ спортсыһы.

1997 йылда Танһыҡҡужина шашка тарихында тәүге тапҡыр ҡыҙҙар араһында ике донъя чемпионатында  халыҡ-ара һәм рус шашкаһы буйынса ла еңеп сыға.

1998 йылда Тамара Танһыҡҡужинаға Башҡортостанда беренсе булып Рәсәй гроссмейстеры исеме бирелә. Киләһе йыл уға рәсми халыҡ-ара ярыштарында уңышлы дебют һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында етеҙ уйын буйынса донъя вице-чемпионы титулы килтерә.

2000 йылда Тамара Танһыҡҡужина, Европа чемпионатында еңеп, донъя шашка спорты элитаһына инә.

Бер йылдан һуң Рәсәй спортсыларынан беренсе булып ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионкаһы титулын яулай һәм халыҡ-ара гроссмейстер була.

2003   йылда Латвиянан ун бер тапҡыр донъя чемпионкаһы Зоя Голубева (быға тиклем матчтарҙа бер тапҡыр ҙа еңелмәгән, шашка тарихында иң титуллы спортсы) менән донъя чемпионы исеме өсөн матчта Тамара Танһыҡҡужина еңеп сыға һәм, ике тапҡыр донъя чемпионы булып, донъяла иң көслө титулын һаҡлап ҡала.

2004 йылғы матчта Ольга Камышлееваны (Нидерландтар) еңеп, Танһыҡҡужина өс тапҡыр донъя чемпионы була,

2005 йылда ул донъя чемпионатында  алтынсы урын, 2006 йылда Европа чемпионатында өсөнсө урын яулай. Күптән түгел тамамланған донъя чемпионы исеме өсөн үтә көсөргәнешле матчта Дарья Ткаченконан (Украина) ҡалышты. Әммә башҡорт ҡыҙы бирешергә йыйынмай.

Тамара Танһыҡҡужина  күп тапҡырҙар Рәсәй чемпионы һәм Германияла, Францияла, Монголияла, Польшала, Израилдә, Испанияла һәм Нидерландтарҙа халыҡ-ара турнирҙарҙа еңеүсе

2001    йылда ул Башҡортостан Республикаһының дәүләтнаградаһы  Салауат Юлаев ордены һәм БР Физик культура, спорт һәм туризм министрлығының почетлы «Башҡортостан Республикаһының танылған спортсыһы» билдәһе менән наградланды,

2002   йылдан Бөтә донъя шашка федерацияһының етәксекомитеты ағзаһы.

Һуңғы 10 йылда республика халҡы араһында спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен прогандалауҙа әүҙем ҡатнаша. Ишембай һәм Өфө ҡалаларының, ғөмүмән, бөтә республиканың йәмәғәт тормошонан ситтә ҡалмай.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Тамара Танһыҡҡужина Рәсәйҙә, Европала һәм донъяла шашка спортын үҫтереүгә тос өлөш индерҙе һәм үҙ ҡаҙаныштары менән донъя берләшмәһендә Башҡортостан һәм Рәсәй абруйын яңы кимәлгә күтәрҙе,

Ошо бейеклектәргә өлгәшеү юлында күпме ныҡышмалылыҡ, көсөргәнеш талап ителеүен Тамара үҙе генә белә. Аралашҡанда ла ул үҙен һис һауалы тотмай, бик итәғәтле һәм илтифатлы. Ысын чемпиондар тап шулай булырға тейеш тә.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Спортсылар

 
Башҡортостан 450