Арҙаҡлы шәхестәребеҙҒалимдар

Байышев Таһир


Күренекле башҡорт теле белгесе, төрки телдәр диалектологияһы, лексикологияһы һәм терминологияһы өлкәһендә белгес Таһир Байышевтың 120 йыллығына “Башҡорт теле диалекттары әҙәби телгә ҡарата мөнәсәбәттә” тигән иң билдәле ғилми хеҙмәтенең икенсе баҫмаһы сығарылды.

Таһир Байышев 1996 йылдың 15 авгусында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенең Хәлил ауылында тыуған. Мәктәптә, мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә белем алып, ул тыуған ауылында мәҙрәсәлә уҡытыусы булып эшләй башлай. 1907 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла, ошо ваҡытта хәрби-фельдшер мәктәбен тамамлай һәм Беренсе донъя һуғышында хәрби фельдшер булып ҡатнаша. 1918 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайтып, уҡытыусы булып эшләүен дауам итә. Әммә медицина кадрҙары етешмәү сәбәпле, уға мәктәпте ҡалдырырға һәм Мәсәғүт кантонында фельдшер булып эшләй башларға тура килә.

1923 йылда Таһир Байышев мәктәпкә әйләнеп ҡайта, тиҙҙән уны Мәсәғүт кантонының, һуңынан Башнаркомпростың мәғариф бүлеге инспекторы итеп тәғәйенләйҙәр. Бында эшләгәнендә ул яңы уҡыу китаптарын, һүҙлектәрен тәржемә итеүҙә һәм төҙөүҙә, лингвистик экспедициялар эшендә ҡатнаша. Шуға күрә уның 1933 йылда Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй башлауы ҡәҙимге күренеш була.

Филология фәндәре кандидаты Таһир Байышев башҡорт теле диалекттарын өйрәнеү буйынса ғилми экспедицияларға етәкселек итә. Йыйылған материал “Башҡорт теле диалекттары әҙәби телгә ҡарата мөнәсәбәттә” тигән монографияһында дөйөмләштерелә. Бөгөн, диалектология фәне яңы үҫеш кимәленә сыҡҡан, диалект материалы этнос донъяһының боронғо тел күренешен реконструкциялау өсөн файҙаланылған саҡта уның могорафияһы айырыуса актуаль.

Таһир Байышевтың ғилми эшмәкәрлеге Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән билдәләнә.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Ғалимдар

 
Башҡортостан 450