Арҙаҡлы шәхестәребеҙҒалимдар

Бараг Лев


1986 йылда “Башҡорт халыҡ ижады”ның 18 томлыҡ йыйынтығын баҫып сығарыу тамамлана. Был республиканың мәҙәни тормошонда ҙур ваҡиға була. Баҫманы төҙөүгә һәм әҙерләүгә ҙур өлөш индергән ғалимдар Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була. Ғалим-фольклорсы Лев Бараг лауреат була.

Лев Григорьевич Бараг 1910 йылдың 13 ғинуарында Киевта тыуа. Мәскәү университетын тамамлай, педагогия техникумында уҡыта, Минск педагогия институтында, Уральск университетында кафедра мөдире була. 1951 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй башлай, рус әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһын етәкләй.  “Башҡорт халыҡ ижады” ҡомартҡылары йыйынтығы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында үҙ хеҙмәткәрҙәре көсө менән туплана. Ситтән бер генә ғалим – Лев Григорьевич Бараг саҡырыла.

Сөнки Бараг белорус, рус һәм украин ижадын ентекле тикшереүсе генә түгел, башҡорт әкиәттәрен дә бик яҡшы белә. 1934 йылдан 1990 йылға тиклем ул йыл һайын Рәсәй (шул иҫәптән Башҡортостан да), Белоруссия, Украина буйлап фольклор-этнографик экспедицияларҙа ҡатнаша һәм уларға етәкселек итә. Бараг рус, белорус, башҡорт әкиәттәре һәм римүәйәттәренең күп һанлы ғилми баҫмаларын донъяға сығара. Башҡорт дәүләт университетында ғына уның етәкселегендә “Рәсәй халыҡтары фольклоры” тип аталған вуз-ара ғилми йыйынтыҡтың 20 сығарылышы баҫтырыла. Уның бөтә фәнни эшмәкәрлеге ХVIII-ХХ быуаттар көнсығыш славян һәм төрки әкиәттәр эпосын өйрәнеү менән бәйле була. Ул ике томлыҡ “Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы”н сығарыуға ла ҙур өлөш индерә. Бөтөнөһө 300-гә яҡын ғилми хеҙмәте баҫылып сыҡҡан.

«Башҡорт халыҡ ижады” күп томлығында биш томды тылсымлы, тылсымлы-героик, батырҙар, хайуандар тураһында, социаль-көнкүреш әкиәттәре тәшкил итә. Был үҙе үк башҡорт халыҡ әкиәт эпосы энциклопедияһы.

Беҙҙең ғалимдарыбыҙға күптәр көнләшеп ҡараны. “Ҡаҙағстан ғалим-фольклорсылары,  тип яҙҙы филология фәндәре докторы Р.Бердыбаев,  Башҡортостандан коллегалар 18 томда тыуған фольклорын баҫып сығарыу менән башҡорт халҡының рухи геройына һәйкәл ҡуйҙы, тип иҫәпләй. Был баҫма башҡа халыҡтарҙың да фольклор тураһында фәнен артабан үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк”. Бында ғалим Лев Барагтың да ҡаҙанышы ҙур.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Ғалимдар

 
Башҡортостан 450