Арҙаҡлы шәхестәребеҙҒалимдар

Ҡунаҡбаев Сабирйән


Сабирйән Абдулла улы был донъяға уҙған быуаттың беренсе йылында килә һәм хәҙерге быуатҡа тиклем дүрт йыл ғына йәшәп өлгөрмәй. Яҙмыш уға тотош бер быуат тиерлек ғүмер бүләк итә.

Селекционерҙың биографияһы бик үҙенсәлекле. Өфө губернаһы Олокүл ауылында күп балалы ғаиләлә – өс ҡыҙ ҙа алты малай – тыуған. Уның атаһы уҡый ҙа, яҙа ла белмәгән, әммә бик эшһөйәр, балаларына белем биреү кәрәклеген аңлаған дини кешеләр булған. Ун йәшендә башланғыс земство училищеһына уҡырға кергәнсе малай русса бер һүҙ ҙә белмәй. Училище Олокүлдән һигеҙ саҡырым алыҫлыҡтағы күрше ауылда була, ағаһы менән бергә ул көн һайын шунда йәйәү йөрөп уҡый. Дүрт йылдан был уҡыу йортон тик бишлегә тамамлай. Атаһы, урыҫтар араһында Сабирйән туған телен һәм үҙ мәҙәниәтен бөтөнләй онотор тип борсолоп, уны Өфөгә “Хакимиә” мәҙрәсәһенә бирә. Бында шәкерттәр Ҡөрьәнде генә өйрәнә, аслы-туҡлы йәшәй. Ул йылдарҙы иҫкә алып, Сабирйән: “Мин бер ваҡытта ла туйғансы икмәк ашаманым”, ти. Шуға күрә тап шул йылдарҙа Сабирйән һөнәр һайлауҙы – агроном булырға, барыһына ла етерлек итеп икмәк үҫтерергә өйрәнергә хәл итә лә инде.

1927 йылда К.А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай. 1927-1930 йылдарҙа Башнаркомземда эшләй, 1932-1955 йылда Шишмә ауыл хужалығы тәжрибә станцияһында селекция бүлеге мөдире, ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары, 1958 йылдан Игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы ғилми-тикшеренеү институтының ужым культуралары селекцияһы һәм орлоҡсолоҡ лабораторияһы мөдире булып эшләй. Ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – ауыл хужалығы культуралары селекцияһы һәм орлоҡсолоҡ.

Ҡунаҡбаев тарафынан селекционерҙарҙың фәнни мәктәбенә нигеҙ һалына. Уның етәкселегендә һәм туранан-тура ҡатнашлығында ужым бойҙайы, арыш, ҡарабойҙай һәм тритикалеһының 19 сорты сығарыла. Ҡунаҡбаев донъя селекцияһында тәүгеләрҙән булып ужым арышының ҡыҫҡа һабаҡлы, юғары уңдырышлы, йығылмай торған Сулпан сортын сығара, ул Германияла үткән Агро-81 халыҡ-ара күргәҙмәһендә Почетлы диплом менән наградлана. Селекционер сығарған ҡарабойҙайҙың Шишмә һәм Дим, ужым бойҙайынының Лютесценс-9 һәм ужым тритикалеһының Башҡортостан-1 сорттары киң танылыу таба. Хәҙер Сулпан Рәсәй Федерацияһының 80 төбәгендә, БДБ илдәрендә үҫтерелә. Был сорт арыштың башҡа сорттары араһында стандарт тип танылған һәм тыуған илебеҙҙең, сит илдәрҙең күп ғилми учреждениелары селекционерҙары тарафынан яңы сорттар сығарыу өсөн киң файҙаланыла. Уҡыусылары яңы сорттар сығарыу буйынса уның идеяларын, эш алымдарын лайыҡлы дауам итә һәм үҫтерә.

Сабирйән Ҡунаҡбаев ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, БР Фәндәр академияһының почетлы академигы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Ул Ленин ордены, Октябрь революцияһы, “Почет Билдәһе” ордендары менән наградланған.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Ғалимдар

 
Башҡортостан 450