Мәүлетов Рыфат
Өфө дәүләт авиация техник университеты бинаһында күренекле ғалим-механик, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, профессор Рыфат Мәүлетов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.
Рыфат Мәүлетов – был уҡыу йортон аяҡҡа баҫтырыуға күп көс һәм энергияһын һалған кеше. Башта Өфө авиация институты, һуңынан Өфө дәүләт авиация техник университеты тип аталған был уҡыу йортона ул 30 йылдан ашыу етәкселек итә.
Рыфат Мәүлетов СССР юғары мәктәбенең мәшһүр эшмәкәре була. 60-сы йылдарҙа вузды ябыу мәсьәләһе торғанда ул уны һаҡлап ҡала алды. Ул үҙе тирәләй фекерҙәштәр коллективын туплап, уҡыу йортоноң фәнни һәм матди базаһына нигеҙ һалды. Мәүлетов эшләгән осорҙа 1982 йылда университет коллективы юғары дәүләт наградаһына – Ленин орденына лайыҡ булды.
Ватан фәне ауырлыҡ кисергән йылдарҙа ул Механика институтын асты, ректор вазифаһынан киткәс, уға етәкселек итте.
Рыфат Мәүлетов деформацияланған ҡаты матдә механикаһының ғәмәли проблемалары өлкәһендәге тикшеренеүҙәре менән дә фәнде үҫтереүгә шәхси өлөш индерҙе. Ул 100 ғилми эш, шул иҫәптән 16 монография һәм уҡыу әсбаптары авторы.
Таҡтаташ асҡандан һуң “Мәүлетов уҡыуҙары” Рәсәй фәнни-техник конференцияһы башланды.
|
|
Ғалимдар |